“Башинформ”
хәбәр итеүенсә, 2 февралдә иртәнге сәғәт 10-дан автомобиль юлының 1194 саҡрымынан 1548 саҡрымына тиклем ауыр йөк ташыған машиналар, такси һәм маршруткалар хәрәкәте сикләнде. «Урал буйы» юл идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, сикләү урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 6-ға тиклем ғәмәлдә, оҙайтылыуы ла ихтимал.