"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Февраль 2021, 22:00

Сикләүҙәр йомшартыла

“Беҙ яйлап булһа ла сикләүҙәрҙе бөтөрөүгә табан барабыҙ. Районда һәм республикала эпидемиологик хәл-торош тотороҡло булып ҡала, COVID-19 менән ауырыу темпы кәмей”, – тип яҙҙы бөгөн үҙенең “Бәйләнештә”ге битендә МР хакимиәте башлығы Дәмин Марат улы Юланов, ейәнсураларға мөрәжәғәт итеп.Башлыҡ белдереүенсә, хәҙер мәҙәни һәм спорт сараларын үткәргәндә тамашасылар урындарын биләү асыҡ һауала – 85 %-ҡа, бинала 70 % -ҡа тиклем арттырылды. Йәмәғәт туҡланыуы ойошмалары 29 ғинуарҙан тәүлек әйләнәһенә эшләй ала. Уларға килеүселәр һанын сикләү ҙә бөтөрөлә. Республика вуздары 8 февралдән туранан-тура уҡыуға күсә.Әммә 65+ йәшлек һәм хроник ауырыуҙары булған граждандар өсөн мотлаҡ үҙҡурсалау һаҡлана, сөнки улар әлегә хәүеф төркөмөндә ҡала.Шулай уҡ төп һаҡланыу саралары үҙгәрешһеҙ ҡала. Элеккесә битлек режимын һәм социаль арауыҡты һаҡлау, биналарҙы санитар эшкәртеү талап ителә.

“Беҙ яйлап булһа ла сикләүҙәрҙе бөтөрөүгә табан барабыҙ. Районда һәм республикала эпидемиологик хәл-торош тотороҡло булып ҡала, COVID-19 менән ауырыу темпы кәмей”, – тип яҙҙы бөгөн үҙенең “Бәйләнештә”ге битендә МР хакимиәте башлығы Дәмин Марат улы Юланов, ейәнсураларға мөрәжәғәт итеп.
Башлыҡ белдереүенсә, хәҙер мәҙәни һәм спорт сараларын үткәргәндә тамашасылар урындарын биләү асыҡ һауала – 85 %-ҡа, бинала 70 % -ҡа тиклем арттырылды. Йәмәғәт туҡланыуы ойошмалары 29 ғинуарҙан тәүлек әйләнәһенә эшләй ала. Уларға килеүселәр һанын сикләү ҙә бөтөрөлә. Республика вуздары 8 февралдән туранан-тура уҡыуға күсә.
Әммә 65+ йәшлек һәм хроник ауырыуҙары булған граждандар өсөн мотлаҡ үҙҡурсалау һаҡлана, сөнки улар әлегә хәүеф төркөмөндә ҡала.
Шулай уҡ төп һаҡланыу саралары үҙгәрешһеҙ ҡала. Элеккесә битлек режимын һәм социаль арауыҡты һаҡлау, биналарҙы санитар эшкәртеү талап ителә.
Читайте нас: