Әйтерһең дә, улар өсөн поезд мәңгелеккә туҡтаған. Үҙ йомошо менән тирә-яҡҡа тарала башлаған тиҫтәләгән кешеләр араһынан киоск яғына атлап килгән берҙән-бер ир-уҙаман ҡыйыуһыҙлығы, нимәлер юғалтҡан төҫлө йән-яғына ҡараныуы менән күҙгә ташлана. Өҫ-башы ла ябай: күн куртка, туҙа башлаған салбар, башына бер аҙ ҡыҫыбыраҡ кейелгән кәпәсенән етек сәстәре тырпайып тора. Бәлки, үҙенә яҡындарына ҡурҡыныс янағанда арыҫландай ташланып, Пушкин кеүек, әйткән һүҙе өсөн дуэлгә сығырға әҙерҙәр араһынандыр ул, әммә кешегә тиҙ ышанып барыусанлығы арҡаһында уны "крутой"ҙар исемлегенә индереп булмаҫ ине. Киоскыға бер нисә аҙым ҡалғас, башын аҫҡа эйеберәк, ниҙер табырға тырышып курткаһын, салбар кеҫәләрен ҡапшай башланы. Шул арала тирә-яҡты ла күҙәтеп алырға өлгөрҙө. "Кошелегындағы" эре аҡсалар араһынан илле тәңкәһен генә һайлап алды ла һатыусынан өс ҡап тәмәке һорап алды. Ерҙә ятҡан янсыҡ тәүҙә ирҙең иғтибарын йәлеп итмәне әле. Асыҡ һоро төҫтәге күн "кошелек” асфальттан саҡ ҡына айырылып тора. Сдачаһын салбар кеҫәһенә бөкрәйеберәк һалған ваҡытта ғына ерҙә ятҡан хазинаға күҙ ташланы ул. "Кемдеке төшөп ҡалды икән?" – тип уйланы ир. "Милиция хеҙмәткәрҙәренә, йә бынау һатыусыға булһа ла биреп китәйем, бәлки, минең кеүек тир түгел эшләгән әҙәмдекелер". Янсыҡты эйелеп алғандан һуң да оҙаҡ ҡына йән-яғына ҡаранып торҙо әле. Шунан ғына һатыусыға өндәште:
– Ерҙән янсыҡ табып алдым, кемдеке төшөп ҡалды икән күрмәнегеҙме? – Ҡатын кеше ҡулында өйрөлтөп бер аҙ уйланып торғандан һуң:
– һеҙгә тиклем анау егет һыра алып киткәйне, бәлки уныҡылыр? – тип туҡталыш артында шешә "имеп", тәмәке көйрәтеп торған ир-уҙаманға төртөп күрһәтте. Был һүҙҙәрҙе ишетеү менән танышыбыҙ егеткә табан йүнәлде. Уға яҡынайған һайын "ниндәй яҡшылыҡ эшләнем бөгөн. Кемдеңдер аҡсаһын табып бирҙем", тип үҙ-үҙенә һоҡланыуы артты. Бер-ике аҙым ҡалғас:
– Был һеҙҙеке түгелме? – тип янсыҡтың хужаһына өндәште.
– Нимә?... Әлләсе?! – Егет кеҫәләрен ҡымтый башланы. – Ысынлап та, минеке төшөп ҡалған шул. Әлдә генә ғәҙел кешеләрҙең ҡулына эләккән, – тине ул еңел һулап. – Хәҙер кешеләр бигерәк алама бит. Ерҙә ятҡан һәр ҡыйыш нәмә уларҙыҡы төҫлө. Башҡа берәйһе тапһа, шунда уҡ кеҫәһенә һалып, һыпыртыу яғын ҡарар ине. – Егет кошелегын асып ниҙер эҙләй башланы, тапмағас:
– Бәй, ҡайҙа аҡсаһы?! – тип аптырап китте. Йөҙөндә асыу, нәфрәт, кемделер ғәйепләргә теләү уйы һиҙелмәй. Тыныс ҡына йән-яғына ҡаранып уйланып тора. – Аҡса, аҡса...
– Ике йөҙ меңгә яҡын аҡсаһы бар ине.
– Әлләсе, мин эсен асып ҡарағанда бер тин дә юҡ ине. – Был ҡәҙәрем ҙур аҡсаның юҡлығын ишеткәс, янсыҡ эсенә күҙ ҙә һалмаһа ла, алдашып, тиҙ генә ҡотолорға теләне танышыбыҙ. Әммә әйткән һүҙҙәре егетте ышандырманы, буғай. Әле генә янсығының табылыуына ҡыуанып тыныс ҡына торған ир-уҙаман ҡыҙҙы ла китте.
– Улайһа ҡайҙа аҡсаһы? Әллә мине алдаша тиһеңме?
– Юҡ-юҡ, аҡсаһы булғандыр, һүҙем дә юҡ, ләкин мин алманым.
– Кем алған улайһа? Төҫ-ҡиәфәтегеҙгә ҡарағанда ғәҙел кешегә оҡшамағанһың. Беҙҙең ҡаланыҡы ла түгелһең шикелле?
– Эйе, мин был ҡаланыҡы түгел, Когалымдан Өфөгә ҡайтып барам, – тине ир кеше.
– Мине юҡҡа ғәйепләйһегеҙ. Аҡсағыҙҙы алманым. Ышанмаһағыҙ, әйҙәгеҙ, бынау һатыусынан барып һорайыҡ.
Ике ир киоскыға килеп еткән ерҙән йәнә һатыулашыуға күсте. Йәшерәге күн янсығын әңгәмәсеһенең танауы алдында болғай-болғай дөрөҫлөгөн аңлатырға тырыша. Берсә ергә төртөп күрһәтә, берсә ҡулын күкрәгенә һалып башын сайҡай. Ә баяғы танышыбыҙ башын аҫҡа эйгән дә, әңгәмәсеһен тыныс ҡына тыңлай бирә.
Быларҙы һатыусы ҡыҙ бүлдерҙе:
– Нимә булды? – тине ул, эштең нимәлә икәнен аңларға теләгәндәй, берсә йәш егеткә, берсә иргә күҙ һалып.
– Бына был әҙәмде күрәһеңме? Ике йөҙ мең аҡсамды урлаған!
– Юҡты һөйләйһегеҙ! Алманым мин аҡсағыҙҙы, – тип ҡысҡырып ебәрҙе ир.
– Улайһа минең янсыҡ һеҙгә нисек барып эләккән? – Егеттең был һүҙҙәренән шыбыр тиргә батты ир. Шул тиклем дә аңра кеше булыр икән, тип йәне көйҙө. Яҡлау эҙләп һатыусыға төбәлде. Бар өмөтө хәҙер ошо ҡыҙҙа.
– Алдығыҙмы әллә юҡмы уныһын әйтә алмайым. Әммә янсыҡты ерҙән һеҙ күтәрҙегеҙ шул... – тине ул ирҙең ялбырыуына ҡаршы күҙен сырт-сырт йомоп.
– Ана бит, һатыусы ла күргән, тимәк һеҙ алғанһығыҙ. – Шулай ҡырт киҫте лә йәш егет баяғы танышыбыҙҙың яғаһынан эләктереп алды. – Аҡса ҡайҙа? – Хәленән килһә, өҙгәләп ташларға әҙер икәнен күрһәтә ине бар ҡиәфәте. Әммә нимәлер ирҙе туҡмауҙан тыйып тора. Ҡулдарын ысҡындырҙы ла тегеләй ҙә былай йөрөй башланы. Намыҫын аҡларға тырышып, төрлө дәлилдәр килтерергә тырышҡан танышыбыҙҙы береһе лә тыңламай ине. Сөнки киоскыһынан килеп сыҡҡан һатыусы менән аҡсаһын юғалтҡан егет бөтөн туҡталышҡа һөрәнләп милиция саҡыра. Шуны ғына көтөп торғандай, әллә ҡайҙан хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәре лә пәйҙә булды. Өлкән лейтенант фуражкаһын рәтләй-рәтләй былар янына килеп баҫты ла, кәпәсенә уң ҡулын терәп, честь бирҙе. Ни арҡылы бәхәс килеп сыҡҡанын тыныс ҡына тыңлағандан һуң, барыһын да асыҡлар өсөн яҡындағы бүлексәгә барырға кәңәш итте.
– Иптәш лейтенант, мин алманым, ант итәм. Тиҙҙән поезым ҡуҙғалырға тейеш, зинһар, ебәрегеҙ инде. – Меҫкен кешенең ялбарыу ын күреп, йәлләгәндәй ҙә итте. Тик бына йәш егет менән хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәре генә ышанырға теләмәй.
– Һин лутсы аҡсаны ҡайҙа ҡуйҙың, шуны әйт, юғиһә ун биш тәүлеккә ултыртып ҡуям.
"Ун биш тәүлек" тигән һүҙҙе ишеткәс, ир-егет бөтөнләй ҡойолоп төштө. Ҡалтырана-ҡалтырана тәмәкеһен ҡабыҙҙы. Шырпыһын берсә кеҫәһенә һалды, берсә ҡулына тотоп тегеләй ҙә былай өйөрөлткөләне.
Былар эргәһендә ярһыуҙан йүгергеләгән егет милиционер янына килде:
– Иптәш өлкән лейтенант, ике йөҙ мең минең өсөн ҙур аҡса, ғаиләмә ниндәй зыян килгәнен белһәгеҙсе? Ул, моғайын, минең шул тиклем аҡсам бар икәнен белеп ҡалып, урлаған! Кеҫәһендә ике-өс меңдән башҡа аҡсаһы юҡ, бер үҙе түгелдер, ярҙамсыһы барҙыр. Шулай тине лә егет йәне ирҙең яғаһына барып йәбеште.
– Тынысланығыҙ! – тип бойорҙо хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәре.
– Ниндәй ярҙамсы хаҡында һөйләй ул? Алманым мин аҡсаһын! Аңлашылмаусанлыҡ был, – тине юлсы ҡобараһы осоп. Шунан ишетелер-ишетелмәҫ кенә өҫтәп ҡуйҙы. – Ебәрегеҙ мине, поезыма һуңлайым.
– Аҡсаһын ҡайтарып бир, ебәрербеҙ, – тине милиционер. – Дөрөҫөн әйткәндә, аңламайым мин һеҙҙе. Яҡшылығыбыҙҙы аңларға тырышмайһың, икенсе милиционер булһа, шунда уҡ ябып ҡуйыр ине, бүлексәгә барыуҙан баш тартаһың, бурҙашыңды әйтмәйһең. Нимә кәрәк һуң һиңә? Әллә еңел генә ҡотолорға уйлайһыңмы? Килеп сыҡмаҫ... Бәлки, үҙең берәй нәмә тәҡдим итерһең? Әллә аҡсаһын аҙаҡ ҡайтарып бирәһеңме?..
– Ысынлап та, дөрөҫ фекер был иптәш лейтенант. – Килемен юғалтыуҙан ҡайғырып, башын баҫып ултырған егет аяғына һикереп үк баҫты. – Ябып ҡуйыу менән генә проблемам хәл ителмәҫ. Үҙендә күпме аҡса бар, алып ҡалайыҡ та, адресын, паспорт мәғлүмәттәрен яҙып, өйөнә ҡайтарып торайыҡ. Аҙаҡ ҡалғанын барып алырбыҙ.
– Нисек, килешәһеңме? – Аяҡтарын кирә баҫып, асыулы ҡарашын иргә төбәп торған милиционер таяғын берсә үҙенең ҡулына һуғып ала, берсә танышыбыҙҙың яурынына төртә. – Йә, уйла?
– Һин нимә һаман баш-баштаҡланаһың?! Аҡса юғалған, хужаһы – бына, һатыусы күргән, тимәк, шаһит бар! Ғариза яҙҙырып енәйәт эше асам да – төрмәгә! Бәлки, гастролер бурҙы тотҡан өсөн миҙал да биреп ҡуйырҙар, үрләтерҙәр ҙә. – Милиционер мут ҡына йылмайып, һатыусы ҡыҙға һәм аҡса юғалтҡан егеткә күҙ ҡыҫып алды.
– Ярай улайһа, юғалтҡан аҡсығыҙҙың бер нисә өлөшөн булһа ла ҡапларға тырышырмын, – тине ир кеше быларҙан еңел генә ҡотолоп булмауын аңлап.
– Үәт маладис, күптән шулай кәрәк ине, әтеү "аҡсаны мин алманым", имеш. Беләбеҙ инде һинең кеүектәрҙе, беләбеҙ. – Милиционер һөйләнә-һөйләнә поезд яғына табан йүнәлде.
– Иптәш лейтенант, ҡайҙа киттегеҙ, аҡсам үҙем менән, мәгеҙ, ике йөҙөн генә үҙемдә ҡалдырам да...
– Өс мең? Һин нимә, көләһеңме әллә?! – Аптырауҙан егеттең күҙәре түбәһенә менде. Йоҙроҡтарын төйнәп, ирҙең алдына уҡ килеп, йөҙҙәренә текләп баҫты. Шулай ҙа тегенең ҡулынан аҡсаны тартып алды ла, кеҫәһенә һалып та ҡуйҙы. Ир, минән йөк төштө тигәндәй, еңел һулап ҡуҙғалырға иткәйне, егеттең һүҙҙәрен ишеткәндән һуң йәнә туҡтарға мәжбүр булды. – Вагоныңдағы ҙур сумкала ла аҡса бар бит, уныһын да бир!
"Ҡайҙан белеп ҡалған?" тип уйланы. Быларҙан ҡасырға теләп, ынтылып та ҡуйҙы. Әммә нимә эшләй алһын инде ул ят ҡалала? Спорт сумкаһы эсендә ятҡан аҡсаһын бирмәҫ тә ине, барыбер һылтауын табып, купеһын тентеп сығасаҡтар. Ул ваҡытта аҡсаһынан ғына түгел, өйөнә алған телевизоры, DVD магнитофонынан да ҡолаҡ ҡағыуы бар. "Нимә эшләргә?" Был һорау ир-егеттең башында инде меңенсе тапҡыр әйләнеп, меңенсе тапҡыр яуап һораны. Аяҙ көндө күк күкрәгәндәй, көтмәгәндә килеп сыҡкан хәлдән еңел генә ҡотолоп булмаҫтай тойолдо уға. Ахырҙа, нимә булһа ла булыр тип, сумкаһында ятҡан илле меңгә яҡын аҡсаһын теге егеткә тотторорға булды.
Уның купенан сығыуын ишек төбөндә алты күҙ көтөп тора ине инде. Аҡсаһын алдылар ҙа ҡуҙғала башлаған поездан һикереп тигәндәй төшөп тә ҡалдылар.
Ни эшләргә белмәй купе эсендә аңҡы-тиңке йөрөгән егет һуңғы ваҡиғаларға яуап табырға тырышты. Барыһын да күҙ алдынан үткәрҙе. Шунан бар поезға: "Алданылар! Таланылар!" – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Тегеләрҙе тиҙерәк тоторға теләгәндәй, ишек алдына килһә лә, туҡтап ҡалды. "Нимә эшләй алам мин хәҙер? Поездан төшөп, станцияға барыу менән уларҙы таба аламмы ни? Юҡ, әлбиттә. Еңел юл менән алған табыштарын бүлешеп, әллә ҡасан һыҙғандарҙыр. "Башта уҡ сәйер тойолғайнылар ҙа баһа! Ниңә иғтибар итмәнем икән? – тип эстән һыҙҙы ир. – Янсыҡ хужаһы уның аҡса менән ҡайтып килгәнен алдан уҡ белгән, күрәһең... Ирҙең ҡолағында егеттең: "вагондағы ҙур сумкала ла аҡса бар бит, уныһын да бир!" – тигәне шаңдау шикелле яңғырап торҙо. Ысынлап та белгән! Бәлки, үҙе әйтмешләй, ярҙамсылары ла булғандыр. Мәҫәлән, Коголымда... һатыусыһы ла ҡыҙыҡ, күрәләтә тороп күрмәгәнен күрҙем тип иҫбат итергә тырышты. Ә милиционер? Ул да ысын хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәре булмағандыр. Кителендә махсус номеры юҡ ине лә баһа. Эште еңел генә яйларға тырышыуы ла сәйер. Йәнәһе, күпме аҡсаһы бар, алып ҡалалар ҙа, адрес, паспорт мәғлүмәттәрен генә яҙып, ҡайтарып ебәрәләр. Ҡалғанын аҙаҡ үҙҙәре үк килеп алалар. "Бер өлөшөн үҙем ҡаплармын" тип, поезд яғына атлауы уҡ егет менән бергә эшләүҙәрен һөйләй түгелме? Эх һин! Хәҙер ҡатыныма нимә тип әйтәм инде?
Уйҙарына түҙә алмай, башын баҫып ултырған ир араҡы әсеүҙән башҡа әмәл тапманы. Шулай күңелен йыуатырға булды ул. Ә был арала поезд станцияларҙы, ҡала-ауылдарҙы, урман-ҡырҙарҙы артҡа ҡалдырып, йәнә үҙенә генә хас бер көйөн көйләп, алға елдереүөн дауам итте.