Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Февраль 2021, 18:00

Республикала льготаға эйә булғандарға Берҙәм аҡсалата компенсация түләү өсөн 4,2 миллиард һум бүленә.

Башҡортостанда льготаға эйә булғандарға Берҙәм аҡсалата компенсация түләү өсөн быйыл 4,2 миллиард һумдан ашыу бүленә, тип хәбәр иттеләр республиканың Хеҙмәт министрлығынан.2020 йылда республикала 525 мең кеше торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү өсөн сығымдарға дөйөм суммаһы 5 миллиард һумдан ашыуыраҡ аҡсалата компенсация алды.«Уҙған йылдың сентябренән коммуналь хеҙмәттәргә сығымдар буйынса һәм ошо хеҙмәттәр өсөн бөтөнләй бурыс булмаған осраҡта компенсация түләүе ҡаралған», — тип белдерҙеләр Хеҙмәт министрлығында.Ведомство-ара эш итеү һөҙөмтәһендә торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәргә иҫәпләнгән түләү, шулай уҡ Республика халыҡ социаль ярҙам үҙәге бүлексәһенең бурысы тураһында мәғлүмәттәр тиҙ генә алына.«Әгәр торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн сығымдар ғаиләнең ошондай хеҙмәттәр өсөн түләүгә сығымдарының рөхсәт ителә торған дәүмәленән юғары булһа, субсидия рәүешендә социаль ярҙам күрһәтелә. Ул республика бюджетынан түләнә», — тип белдерҙеләр ведомствола.

Башҡортостанда льготаға эйә булғандарға Берҙәм аҡсалата компенсация түләү өсөн быйыл 4,2 миллиард һумдан ашыу бүленә, тип хәбәр иттеләр республиканың Хеҙмәт министрлығынан.
2020 йылда республикала 525 мең кеше торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү өсөн сығымдарға дөйөм суммаһы 5 миллиард һумдан ашыуыраҡ аҡсалата компенсация алды.
«Уҙған йылдың сентябренән коммуналь хеҙмәттәргә сығымдар буйынса һәм ошо хеҙмәттәр өсөн бөтөнләй бурыс булмаған осраҡта компенсация түләүе
ҡаралған», — тип белдерҙеләр Хеҙмәт министрлығында.
Ведомство-ара эш итеү һөҙөмтәһендә торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәргә иҫәпләнгән түләү, шулай уҡ Республика халыҡ социаль ярҙам үҙәге бүлексәһенең бурысы тураһында мәғлүмәттәр тиҙ генә алына.
«Әгәр торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн сығымдар ғаиләнең ошондай хеҙмәттәр өсөн түләүгә сығымдарының рөхсәт ителә торған дәүмәленән юғары булһа, субсидия рәүешендә социаль ярҙам күрһәтелә. Ул республика бюджетынан түләнә», — тип белдерҙеләр ведомствола.
Читайте нас: