Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Февраль 2021, 16:00

Иҫкәртеү тип ҡабул итергә кәрәк

Бөтә донъя әһәмиәтендәге әҙәби мираҫ дәрәжәһенә күтәрелгән бөйөк китап “Ҡөрьән Кәрим” сүрәләренең “Йа-син” сүрәһе Алланың Мөхәммәт ғәләһис-сәләмгә мөрәжәғәте тип ҡабул ителә. Дин белгестәренең фекеренсә, “Йа-син” хәрефтәренең мәғәнәһе тай диалектында “Йа инсану”, йәғни “И, кеше” йәиһә “и, камил кеше” тигәнде аңлата. Тәүге аятында шәхси бер кешегә өндәшһә, 3-сө һәм 4-се аяттарында “һис шикһеҙ, кешеләрҙе тура юлға әйҙәр өсөн күндерелгән пәйғәмбәр һин” – үҙенә йөкмәтелгән бурыс тураһында. Ә 6-сы аятта изге пәйғәмбәрҙең тәүге иҫкәртеүе. БЫНЫ БАРЛЫҠ ЙӘМҒИӘТТЕ ИҪКӘРТЕҮ ТИП ҠАБУЛ ИТЕРГӘ КӘРӘКТЕР. Был сүрәне мохтазирҙарға, мәрхүмдәргә уҡырға тәҡдим ителһә лә, сүрә башынан аҙағына ҡәҙәр тереләр өсөн яҙылған. Сүрә тереләрҙе иманға килеүгә, иманлы булырға өндәй. Ә иман – күркәм холоҡ, әҙәп һәм әхлаҡ ул. Әҙәм балаһы рухи камиллыҡ аша ғына үҙенә бирелгән ғүмерҙең төп бурысын ғәмәлгә ашыра алыуы тураһында. Күтәрелгән теманың мөһимлегенән сығып, был сүрәне “Ҡөрьәндең йөрәге” тип атайҙар. 6-сы аят: “Был китапты индереүҙең маҡсаты шул: ғәфләт йоҡоһонда ҡалған йәмғиәтте уятыу һәм иҫкәртеү ул”.Коронавирус эпидемияһы йәмғиәттең медицина өлкәһенә етерлек иғтибар биреп еткермәүен күрһәтте лә, иҫбатланы ла, аятта әйтелгәнсә, уятты ла шикелле...

Бөтә донъя әһәмиәтендәге әҙәби мираҫ дәрәжәһенә күтәрелгән бөйөк китап “Ҡөрьән Кәрим” сүрәләренең “Йа-син” сүрәһе Алланың Мөхәммәт ғәләһис-сәләмгә мөрәжәғәте тип ҡабул ителә. Дин белгестәренең фекеренсә, “Йа-син” хәрефтәренең мәғәнәһе тай диалектында “Йа инсану”, йәғни “И, кеше” йәиһә “и, камил кеше” тигәнде аңлата. Тәүге аятында шәхси бер кешегә өндәшһә, 3-сө һәм 4-се аяттарында “һис шикһеҙ, кешеләрҙе тура юлға әйҙәр өсөн күндерелгән пәйғәмбәр һин” – үҙенә йөкмәтелгән бурыс тураһында. Ә 6-сы аятта изге пәйғәмбәрҙең тәүге иҫкәртеүе. БЫНЫ БАРЛЫҠ ЙӘМҒИӘТТЕ ИҪКӘРТЕҮ ТИП ҠАБУЛ ИТЕРГӘ КӘРӘКТЕР. Был сүрәне мохтазирҙарға, мәрхүмдәргә уҡырға тәҡдим ителһә лә, сүрә башынан аҙағына ҡәҙәр тереләр өсөн яҙылған. Сүрә тереләрҙе иманға килеүгә, иманлы булырға өндәй. Ә иман – күркәм холоҡ, әҙәп һәм әхлаҡ ул. Әҙәм балаһы рухи камиллыҡ аша ғына үҙенә бирелгән ғүмерҙең төп бурысын ғәмәлгә ашыра алыуы тураһында. Күтәрелгән теманың мөһимлегенән сығып, был сүрәне “Ҡөрьәндең йөрәге” тип атайҙар. 6-сы аят: “Был китапты индереүҙең маҡсаты шул: ғәфләт йоҡоһонда ҡалған йәмғиәтте уятыу һәм иҫкәртеү ул”.
Коронавирус эпидемияһы йәмғиәттең медицина өлкәһенә етерлек иғтибар биреп еткермәүен күрһәтте лә, иҫбатланы ла, аятта әйтелгәнсә, уятты ла шикелле...
“Тәбиғәттән килгән ауырыуҙар тәбиғәттең үҙ тарафынан дауалана” (Гиппократ) тигәндәй, был заман афәтен еңерҙәй сара ла барҙыр. Күптәр шулай уйлап, халыҡ медицинаһына мөрәжәғәт итә башланы. Әйткәндәй булмаһын – килешә лә!
Танышының кәңәше менән балауыҙ көйәһе (восковая моль, пчелиная огневка) төнәтмәһен файҙаланып, яңы коронавирус инфекцияһын, бер үк ваҡытта ауырып китеп, больницала дауаланғандар менән сағыштырмаса еңел үткәреп, тиҙерәк шәбәйгән һылыу, ауырығандарға бер кәңәш булыр, балауыҙ көйәһе тураһында яҙығыҙ әле, тип тәҡдим иткән ине. Йүткереү, тәм, еҫ һиҙеүҙе юғалтыу кеүек кисерештәр күҙәтелмәгән. Минең үҙем менән дә шундай хәл булды. Тағы ике танышым шуны уҡ ҡабатлап һөйләне. Үҙем дә ошо төнәтмәне эсеп һауыҡһам да, үҙе ҡорт тотҡас, реклама яһай, тип әйтерҙәр кеүек тойолдо ла, яҙманым.
...Ике көн элек, ҙур ризалыҡ, шатлыҡ менән рәхмәттәр әйтеп, Өфөнән шылтыраттылар. Ул кеше, үҙҙәренең ауылында ҡуҙғала ла алмаҫлыҡ булып, ауырып киткән ине. Ҡорт продукцияһына әҫпе (аллергия) юҡлығын белештем дә, балауыҙ көйәһенең һәм остеопорозды дауалау өсөн инә ҡорт һөтөнән һәм әреғорт ҡарышлауығынан спиртта эшләнгән төнәтмәне алып барып бирҙем. Биш көндән аяҡҡа баҫты. Өфөлә йәшәгән балалары алып ҡайтып киттеләр. Өйҙә дауаланды. Хәҙер үҙен яҡшы тоя, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарай. Ошо шылтыратыуҙан һуң яҙырға булдым...
Тимерғәле ағай Исламовтың огневка - балауыҙ көйәһе төнәтмәһе тураһындағы яҙмаһын гәзитебеҙҙең 10-сы һанында ("Е.Т", 2.02.2021) уҡығыҙ.
Читайте нас: