Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Февраль 2021, 20:00

Спатифиллум хужабикәһен ни көтөүен белдерә икән

#БылҠыҙыҡлыБүлмә гөлдәре күҙҙәрҙе һөйөндөрөп, һауаны кислород менән байытып ҡына ҡалмай, улар хужаларының киләсәген фаразларға ла һәләтле икән.Мәҫәлән, спатифиллум. Уны халыҡта “ҡатын-ҡыҙ бәхете” тип тә атайҙар.

#БылҠыҙыҡлы
Бүлмә гөлдәре күҙҙәрҙе һөйөндөрөп, һауаны кислород менән байытып ҡына ҡалмай, улар хужаларының киләсәген фаразларға ла һәләтле икән.
Мәҫәлән, спатифиллум. Уны халыҡта “ҡатын-ҡыҙ бәхете” тип тә атайҙар. Был гөл киләсәктә хужабикәне ни көтөүен белдерергә һәләтле имеш. Спатифиллум шау сәскәгә төрөнһә, ҡатын-ҡыҙға байлыҡ, тыныслыҡ һәм ғаилә бәхете килтерә икән. Ҡыҙҙар гөлдөң бындай билдәһенән һуң кейәүгә сығырға әҙерләнһен. Был гөл күп итеп эре сәскәләр ата икән, өйгә бәпәй ҡайтасағы хаҡында һөйләй.
Гөлдөң көтмәгәндә һулыуы – бер ҙә яҡшы билдә түгел, ғаиләгә финанс ҡытлығы киләсәк, имеш. Уның япраҡтары һарғайыуы ла мөнәсәбәттәрҙең боҙолоуына килтерә, өйҙә тауыш. Ғауға сығырға ла мөмкин, тигән ышаныу бар.
Читайте нас: