Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Февраль 2021, 20:00

Күп уҡыған- күп белер

Китапхана тормошо күңелһеҙ, бөгөнгө заманда интернет селтәре бар донъяны уратып алғанда, бер кем дә йөрөмәйҙер тип уйлаусылар күп. Ләкин яңылышалар! Һәр көн ошо кескәй балалар китапхана ишеген асып, китаптар алып уҡып, бөтә донъя серҙәрен белгеләре килгән уҡыусыларыбыҙ барында китапханалар йәшәйәсәк. Балалар беҙҙең киләсәк!

Китап - белем асҡысы кеүек мәҡәлдәр бик күп халыҡта. Бик тә дөрөҫ әйтемдәр. 3 февраль Яңыбай ауыл китапханаһында 1-2 кластар өсөн “Мин китап яратам” исемле китапхана сәғәте ойшторолдо. Китапханасы башта китап тураһында ҡыҫҡа ғына әңгәмә ҡорҙо. Һеҙ китап уҡырға яратаһығыҙмы? Кем ниндәй китап алып уҡыған, һанап, ҡыҫҡаса һөйләп кит? Китап уҡыу нимәгә кәрәк? Һәм башҡа һорауҙарға яуап бирҙеләр. Артабан уҡыусылар китапханаға ошо көндәрҙә генә килгән, өр- яңы китаптар менән таныштылар. Бында улар Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның “Илебеҙ беҙҙең ожмахтай”, Факил Мырҙаҡаевтың “Ҡайынлыҡ- малайҙар төбәге”, Салауат Кәримдең “Тыуған яҡ йылыһы” китаптары менән яҡындан таныштылар. Айырыуса малайҙарға Еңеүҙең 75 йылығына арналып сыҡҡан “Балаларға һуғыш тураһында” китап ҡыҙыҡһыныу уятты. Бигерәк тә Светлана Панасенконың “Целебная азбука” китабы күңелдәренә хуш килде. Һәр китаптан ҡыҫҡаса өҙөктәр уҡыныҡ. Әле генә типографиянан сығып, үҙенсәлекле генә еҫе борлап торған өр-яңы китаптарҙың һәр битен ҡыштырлатып асып, матур, сағыу һүрәттәрен ҡарау, балаларҙың күңелдәренә ҙур ҡәнәғәтлек тыуҙырҙы. Китапханасыға төрлө һорауҙар яуҙырҙылар. Күберәк нимәлер белгеләре килеп ултырҙылар. Аралашыу бер ни тиклем бик йәнле, йылы мөнәсәбәттә дауам итте. Артабан ял минуттары итеп туп менән уйындар уйнаныҡ. Аҙаҡ балаларға, күңеленә оҡшаған китаптарҙы өйҙәренә алып уҡырға тәҡдим ителде.
Читайте нас: