Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Февраль 2021, 00:00

Ҡурҡҡанға - ҡуш...бүрек

– Кит, ҡурҡмайынса нисек кейеп йөрөрһөң икән!? – тине Нәзирә. – Гәзит тә уҡымайһың инде, моғайын, көн һайын әллә нисә кешенең затлы баш кейемен талап алып китәләр ти бит.– Э-э-эй, бигерәк аҙҙы инде хәҙер әҙәм, кистәрен урамға сығырға ла ҡурҡыныс, – тип өҫтәне Fәзимә.Ишетмәй буламы һуң инде! Берҙән-бер ҡыҙы өсөн ҡото осоп ҡына тора инде уның. Әлеге көтөлмәгән ваҡиғаларҙан башы әйләнеп, ул турала бөтөнләй онотоп та киткән икән шул...

Ҡыҙыҡ инде был талон тигән нәмә: ғүмер буйы көңгөр-ҡаңғыр ғына мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләп йөрөгән Әсмәбикә апайҙың тормошона көтөлмәгән үҙгәрештәр индерҙе лә ҡуйҙы. Әҙәм балаһына күп кәрәкме ни...
Хәйер, ентекләберәк, баштан һөйләйем инде. Кибет кәштәләре шалтырлап буш ултырған, бөтә тауар профком аша талон менән генә һатыла торған бик ауыр осорҙа – үткән быуаттың һикһәненсе-туҡһанынсы йылдарында була был хәл.
Биш тиҫтәгә яҡын тик ҡатын-ҡыҙҙан ғына торған мәктәп коллективына Һигеҙенсе март байрамы алдынан 600 һумлыҡ шәшке бүреккә бер талон бирҙеләр – имитирауанай ти, уныһы нимә булалыр инде тағы.
Талонға йәрәбә һалған көндө, ҡырҡ сәбәп табып, әллә ниндәй мөһим йыйылыштарҙан да ситтә ҡалырға яратыусылар ҙа килеп етте. Директор Гөлгөнә Сабировна: «Дөйөм йыйылыштарҙы талон йәрәбәләшкән көндө үткәрергә кәрәк икән», – тигән һығымта яһап ҡуйҙы хатта.
Бына бүлмәгә алға һонолған ҡулдарында бер ҡаптағы тәмәкеләрҙәй бер иш итеп төрөлгән ҡағыҙ тултырылған бүректе батшаның алтын тажын килтергәндәй тантаналы-тәккәбер ҡиәфәттә тотоп, профком рәйесе килеп инде. Уҡытыусылар бүлмәһендә һис ҡасан булмағанса көсөргәнешле тынлыҡ урынлашты: ҡағыҙҙың тәүгеһен алырға береһе лә баҙнат итмәй, юғалып ҡалды.
– Ярай, булмаһа, үҙем башлайым! – тине Гөлгөнә Сабировна, тәүге ҡағыҙға үрелеп. Уның артынан башҡалар эйәрҙе.
Бына һәр кем үҙ сиратын сабырһыҙлыҡ менән көтөп ала ла, эстән генә изге теләктәрен ҙур өмөт менән ҡабатлай-ҡабатлай, бер ҡағыҙҙы тартып сығара, күҙ тейеп ҡуйыуҙан ҡурҡҡандай, йәшереп кенә тағата башлай... Һәм, өмөтһөҙлөк менән ҡул һелтәп, үсен ҡағыҙ киҫәгенән алырға теләгәндәй, уны йомарлап-иҙгеләп сүп кәрзиненә ырғыта...
Бер мәл ишек төбөндәге ултырғыста Әсмәбикә апай бер үҙе генә ултырып ҡалды.
– Йә инде, Әсмәбикә апай, һинең сират бит! – тине кемдер сабырһыҙланып.
Әсмәбикә апай, ышанмағандай, тирә-яғына ҡарап алды ла, үҙ өлөшөнә ҡалған һуңғы ҡағыҙҙы рыя ғына тағатырға тотондо.
– Бәй... Ҡушыу билдәһе торасы... – тине Әсмәбикә апай һәм, аҡланырға теләгән ғәйепле кешеләй, ҡулындағы ҡағыҙын Гөлгөнә Сабировнаға һуҙҙы.
Йөҙәрләгән күҙ ҡыҙыҡһыныу һәм көнләшеү, икеләнеү һәм өмөт ҡатыш Әсмәбикә апайға төбәлде.
Fүмер буйы күпертеп үҙе бәйләгән мамыҡ шәл ябынып йөрөгән кешенең бүрек, етмәһә, шәшке бүрек алып кейеү тигән уй ике ятып бер төшөнә лә ингәне юҡ ине лә баһа...
– Йә хоҙай, ни эшләргә!? – тине ул өҙгөләнеп.
Ҡала ерендә аҙ ғына эш хаҡын былай ҙа тартып-һуҙып көскө еткергән кеше нисек итеп ярты йыллыҡ эш хаҡына бер бүрек алып кейһен!? Тулҡынланыуҙан Әсмәбикә апайҙың башы әйләнеп китте, быуындары хәлһеҙләнде . Үҙе лә һиҙмәҫтән, артындағы ултырғысҡа лып итеп ултыра төштө.
– Алмаһа, әллә ҡабаттан йәрәбәләшәйекме!? – тине кемдер. Ҡалғандар, шуны ғына көткәндәй, геү итеп ҡалды.
Ҡапыл Әсмәбикә апайҙың күҙҙәре асылып киткәндәй булды, күңелен көтөлмәгән сәм, саялыҡ, ғәрлек биләне. Ул, үҙе лә һиҙмәҫтән, кире ҡаҡҡыһыҙ итеп:
– Аламсы, мин башҡаларҙан кәмме ни!? – тип ярҙы ла һалды.
– Э-э-эй, ғүмере үҙе кеймәй бит инде шуны! Ҡыҙына йәки һатырға ала инде, моғайын. Баҙарҙа меңәр һум ти бит бүрек! – тине бер әсе теллеһе.
Быны ишеткәс, Әсмәбикә апай тағы ла сәмләнеберәк китте:
– Алырмын да, кейермен дә! – тине ул, башҡаларҙан бигерәк үҙ-үҙен ышандырырға тырышып.
Эштән ҡайтҡас, Әсмәбикә апай төнгәсә ҡала буйлап сапты: бер танышынан 50, икенсеһенән 100-әр һумлап йыйып, тәки еткерҙе 600-гә. Төнө буйы ул, төрлөһөн уйлап, керпек тә ҡаҡмай сыҡты. Ярай әле киләһе көн ялы ине, иртүк торҙо ла, тәғәйенләнгән магазинға сират алырға ашыҡты.
Бер нимәгә лә иҫе китмәҫкә өйрәнгән бынау таш ҡурсаҡтай йөҙлө һатыусы ҡыҙыҡай белһә икән Әсмәбикә апайҙың күңелендә ниҙәр барын... Үҙенең ҡапыл дыуамалланып ошондай аҙым яһауына үкенес тә, барыһын һемәйтеүенән кинәнес тә, муйындан бурысҡа батыуынан ҡурҡыу ҙа бер юлы йөрәген тулатты.
Йылҡылдап торған ҡарағусҡыл һоро шәшкенән тегелгән йоп-йомшаҡ, тере кеүек йылы ғына бүректе ҡулына алғас, Әсмәбикә апайға рәхәт булып китте, бөтә икеләнеүҙәре ҡул менән һыпырып алғандай юҡ булды.
Ҡайтҡас, ҙур көҙгөһө алдында ҡат-ҡат кейеп ҡараны Әсмәбикә апай бүркен, алғы сәстәрен бер йәшерә, бер төшөрә аҙап бөттө. Унан, көҙгөгә яҡыныраҡ килеп, үҙ-үҙенә бик оҙаҡ һынаулы ҡарап торҙо, биттәрен һыйпаштырҙы. Эйе, байтаҡтан бирле үҙенә күҙ һалғаны ла юҡ ине шул: сәстәрендәге сал байтаҡ ишәйгән, битендәге йыйырсыҡтар тәрәнәйә төшкән...
Бына ул, ниҙер иҫенә төшөп, йылмайып ҡуйҙы, сервант тартмаһынан үткән килгәнендә ҡыҙы онотоп ҡалдырған ирен буяуын алды, килешһеҙ хәрәкәттәр менән ҡыйыуһыҙ ғына уны ирендәренә һөрттө, бүркен тағы кейеп алды.
Хәҙер көҙгөнән уға бөтөнләй икенсе, күркәм, шат йөҙ ҡарап тора ине. Әсмәбикә апай, үҙ-үҙенән үтә ҡәнәғәт булып, көлөп уҡ ебәрҙе.
Әсе теллеләргә үс итеп, ул бүркен икенсе көндө үк эшкә кейеп барырға булды. Әмәлгә ҡалғандай, үткән йыл ҡыҙы биргән иҫке пальтоның яғаһы бәләкәй генә булһа ла ошондай уҡ шәшкенән ине. Парлап кейеп ебәргәс, бигерәк матур булып китте. Әсмәбикә апай кисәгесә иренен буяп ебәрергә лә онотманы.
Үкенескә ҡаршы, мәктәпкә әле бер кем дә килмәгәйне. Ул, эш бүлмәһенә инеп, кейемен алмаштырҙы ла көндәлек эшенә тотондо. Башҡалар ҙа, кисәге ваҡиғаны бөтөнләй онотҡандай, бер ни тип тә һорашманы.
Көн һис ваҡытта булмағанса оҙон тойолдо Әсмәбикә апайға. Бына ҡайтыр ваҡыт етте. Әсмәбикә апай, эштәрен бөтәһенән алда тамамлап, пальтоһы менән бүркен кейеп алды, кеҫәһенән ирен буяуын сығарып, ирендәренә һөрттө. Шул саҡ ҡалған йыйыштырыусылар ҙа бүлмәгә килеп тулды:
– Абау, танырлыҡ та түгел үҙеңде: бөгөн тотоп кейәүгә бирерлек булғанһың да ҡуйғанһың! – тине Мәрзиә уның бер алдына, бер артына сығып.
– Ағас күрке – япраҡ, әҙәм күрке – сепрәк, тип бушҡа әйтмәйҙәр шул! – тине Ямал, оялыуҙан, йәш ҡыҙҙарҙай ҡып-ҡыҙыл булған Әсмәбикә апайҙы әйләндәрәп-әйләндәрәп.
– Кит, ҡурҡмайынса нисек кейеп йөрөрһөң икән!? – тине Нәзирә. – Гәзит тә уҡымайһың инде, моғайын, көн һайын әллә нисә кешенең затлы баш кейемен талап алып китәләр ти бит.
– Э-э-эй, бигерәк аҙҙы инде хәҙер әҙәм, кистәрен урамға сығырға ла ҡурҡыныс, – тип өҫтәне Fәзимә.
Ишетмәй буламы һуң инде! Берҙән-бер ҡыҙы өсөн ҡото осоп ҡына тора инде уның. Әлеге көтөлмәгән ваҡиғаларҙан башы әйләнеп, ул турала бөтөнләй онотоп та киткән икән шул...
Әсмәбикә апай, ул көндө, ҡурҡышынан тирә-яғына ялт-йолт ҡарана-ҡарана, көскә ҡайтып етте. Көтөлмәгән шатлыҡ оло хафаға әйләнде. Инде нишләргә!? Кеймәһәң – һатҡан тиерҙәр, кейһәң – бүркеңдән ҡолаҡ ҡағырыңды көт тә тор!
Уйлай торғас, тапты әмәлен – бүркенең эс яғына ныҡлы капрон таҫманы ҡуша тегеп, пальтоһының елкәлегенә бәйләп ҡуйҙы.
Тегеп ҡуйғас, бүркен үҙенең башынан үҙе һуғып төшөрөп тә, тартып алып та ҡараны – ныҡ тора әй!
Әсмәбикә апай, ҙур эш ҡылғандай, сикһеҙ ҡәнәғәт булып, иртәнгә ҡарай ғына тынысланып йоҡоға талды.
Күпмелер ваҡыт шулай йөрөй торғас, өйрәнеп тә китте шикелле. Эштән ҡайтҡанда ла, элеккесә, бик алан-йолан ҡаранмай, ышаныслыраҡ йөрөй башланы. Күптән онотолған ғәҙәтен иҫкә төшөрөп, кәүҙәһен тура тотоп, ваҡ-ваҡ ҡына баҫырға тырышты. Үҙе лә һиҙмәҫтән, көҙгөгә йышыраҡ күҙ һала башланы. Бер көн шулай үҙәк универмагта көнө буйы сират тороп, бит кершәне, пудра, хушбуй алып сыҡты. Fөмүмән, йәшәү күпкә күңеллерәк булып киткәндәй тойолдо уға.
Байрамға ҡайтҡан ҡыҙы, әсәһендәге үҙгәрештәрҙе күреп, ҡыуанып бөтә алманы:
– Әсәкәйем, ҡайһылай килешә үҙеңә! Әллә ғашиҡ булғанһың инде!? – тине ул бармаҡ янап.
Берҙән-бер ҡыҙы ҡырға кейәүгә киткәс, бигерәк тә ире үлгәс, ҡышҡы оҙон кистәрҙе урыҫ аллаһылай мөйөштә туҡтауһыҙ һөйләп торған телевизор ҡаршыһында шәл бәйләп яңғыҙ үткәрергә күнегеп киткән Әсмәбикә апайҙың башына бер ялда һис көтөлмәгән уй килде: «Бәй, ошолай зарығып өйҙә ултырыр, эшкә кейер өсөн алғанмы ни мин был затлы кейемде. Туҡта, булмаһа, элекке әхирәтем Зәйтүнәгә барып киләйем әле. Уның ҡарты үлгәнгә лә байтаҡ булып китте, балалары ла ҡырҙа. Моғайын, ул да минең кеүек яңғыҙы моңайып ултыралыр». Булғас булһын инде тип, талонға алған айлыҡ нормаһынан бер әсмүхә һинд сәйен, араҡы талонына алған ҡиммәтле кәнфитен алды ла әхирәтен күреп ҡайтырға булды. Йәш сағында ла ҡыланмағанды, биҙәнеп-төҙәнгәнсе, көҙгө алдында бер сәғәтләп ыуарама килде.
Оҙаҡ йылдар бергә эшләп, шул уҡ мәктәптән пенсияға киткән Зәйтүнә, Әсмәбикәне күреп, ғәжәпләнеүҙән йығылып китә яҙҙы:
– Әстәғәфирулла тәүбә! Танымай ҙа торам үҙеңде. Берәй министр бисәһе килеп индеме тип торам! – тине ул бот сабып. – Бына бит һин ниндәй. Ә мин, – тине ул иламһырап, – ағайың вафат булғаны бирле, ҡанаты һынған ҡош кеүек, эсем бошоп, өйҙән дә сыҡмай, ҡайғырып тик ултырам. Ни балалар ситтә, – тип өҫтәне ул, Әсмәбикә апайҙың уйҙарын уҡығандай.
Бер ҡалала йәшәп тә, әллә нисәмә йылдар күрешмәгән ике әхирәттең һөйләшеп һүҙе бөтмәне. Хәйер, ниндәй хәбәр башламаһындар, һүҙ осо элек бергә-бергә саҡырышып-ҡунаҡлашып тиң йәшәгән саҡтарға барып ялғанды. Әхирәттәр, ғәҙәттәгесә, мөйөштә әкрен генә туҡтауһыҙ һөйләп ултырған телевизорға күҙ һала-һала әленән-әле яңыртып күстәнәс сәйҙе эстеләр, аш бешереп ашанылар. Шулай ҡыҫҡа ҡышҡы көн үтеп, ҡараңғы ла төштө.
Ике әхирәт, бынан һуң йышыраҡ осрашып, бергәләп концерт-театрҙарға йөрөргә һүҙ ҡуйышып айырылыштылар.
Бер бөртөк тә яҡтыртылмаған ят урамға сығыу менән, ниңәлер, Әсмәбикә апайҙың күңелен шом биләне. Өйрәнелмәгән беп-бер иш йорттар араһынан ул, тын алырға ла ҡурҡып, шәп-шәпләп автобус туҡталышына атланы.
Төнгә ҡарай әллә ап-арыу уҡ һыуытҡанға, әллә ҡурҡышынан, аяҡ аҫтындағы ҡар ҙа ҡолаҡ тондорғос ныҡ шығырҙай кеүек…
Ҡапыл Әсмәбикә апайға шығырҙаған аяҡ тауыштары күбәйеп киткәндәй тойолдо. Ул ялт итеп артына боролоп ҡараны. Ни күрһен, уның артынан эре аҙымдар менән әзмәүерҙәй бер ир етеп килә!
Әсмәбикә апайҙың йөрәге «жыу» итеп китте. Ул, бүркен баҫыбыраҡ кейә һалып, аҙымдарын йышайтты. Ҡайҙа ул ҡупшы атлау! Йүгереп үк китер ине лә, хәле етмәҫен аңлап, аҙымдарын тағы шәбәйтте: йәһәт кенә артына ҡарап алды – теге әҙәм дә шәберәк атлай башлағандай тойолдо.
Ниһәйәт, автобус туҡталышына яҡынланылар.
Әсмәбикә апай, бар көсөн туплап, алға йүгерҙе...
Ни күрһен, арттағы ир ҙә лап-лоп йүгерә башланы. Саҡ килеп туҡтаған автобусҡа инде еттем, тигәндә генә, әллә ҡом һибелмәгән боҙло туҡталышта аяғы тайып, әллә хәле бөтөп, Әсмәбикә апай ҡапыл йығылып та китте, башындағы бүрке сиселеп тә осто!
Шул саҡ теге әҙәм дә йүгереп килеп етте... Һәм, һуҡыр кеше кеүек, ҡалтыранған ҡулдары менән һәрмәнеп, тирә-яғынан бүркен эҙләп, тора алмай аҙапланып ятҡан Әсмәбикә апайға абынып, һөрлөгөп барып төштө.
Әсмәбикә апай бер йомшаҡ нәмәне көскә эләктереп алды ла, туңҡанлап-мүкәйләп инде ҡуҙғалырға торған автобусҡа эләгеп китте. Теге ҡәһәр һуҡҡыр ир ҡалды шунда ятып!
Автобуста берәүҙәр уға торорға ярҙам итте, икенселәре: “Абау, ғибрәт, ҡартайып бөткән бисә, әллә иҫерек ул!” – тип һөйләнде.
Әсмәбикә апай, бара торғас, саҡ-саҡ үҙен әҙерәк ҡулға алды, өҫтөн ҡаҡты, сәстәрен ипләштерҙе.
Ҡапыл ул автобустағыларҙың, ниңәлер, бик ғәжәпләнеп үҙенә текәлгәнен һиҙеп алды; уңайһыҙланып, пальтоһындағы бысраҡ ҡарҙы ҡаҡҡылаған булды, ҡурҡышынан үрә тороп, тыңлауһыҙға әйләнгән сәстәрен ипләү өсөн бүркен систе... Һәм ғәжәпләнеүҙән саҡ ҡысҡырып ебәрмәне – ҡулында һоро ҡуян тиреһенән тегелгән ирҙәр бүрке ине...
Шул саҡ эргәһендә торған ҡатын Әсмәбикә апайҙың елкәһенә ымланы. Әсмәбикә апай шунда ғына елкәһендәге үҙе теккән таҫмала аҫылынып торған бүркен шәйләне.
Көтмәгәндә, шулай, Әсмәбикә апай ҡуш бүрекле булды.
Ә теге автобусҡа ашыҡҡан ир, ҡайтҡас: «Бер бисә автобус туҡталышында мине аяҡ салып йыҡты ла, башымдан бүркемде йолҡоп алып, ҡуҙғалырға торған автобусҡа ултырып ҡасты», – тип һөйләгән, имеш. Ярай әле, Әсмәбикә апай ҡала гәзитенә иғлан биреп, бүректе хужаһына кире ҡайтарҙы. Алла һаҡлаһын, Әсмәбикә апай харам малға ҡыҙыға буламы һуң инде!
Рәмзәнә Абуталипова.
"Шоңҡар" журналынан.
Читайте нас в