Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Февраль 2021, 21:00

Бер юлы дүрт кеше һәләк булған

Кисә кис ҡот осҡос фажиғә теркәлгән. Свердловск өлкәһенең Түбәнге Серги ҡалаһынан йыраҡ түгел урында ҡапма ҡаршы килгән «ВАЗ-2110» һәм «Шкода» автомобилдәре бәрелешә, тип яҙа «Башҡортостан» гәзите.Аварияға көндөҙ ямғыр яуып, кискә табан бер аҙ туңдырып тороуы ла сәбәпсе булғандыр, күрәһең. Көслө бәрелешеүҙән ике машина ла ситкә барып оса. Һөҙөмтәлә, биш кешенең ғүмере өҙөлә, өсәүһе - дауаханала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, «ВАЗ-2110» автомобилендәге дүрт пассажир ҙа Башҡортостандан булыуы асыҡланған. Уларҙың барыһы ла ваҡиға урынында һәләк булған. Вафат булыусыларҙың береһе - "Шкода" автомобиле пассажиры.Юл-транспорт ваҡиғаһында һәләк булыусыларҙың ғаиләләренең һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, уларға сабырлыҡ теләйбеҙ.Көндәрҙең йылы тороуы, ямғыр яуып, ҡапыл һыуытып ебәреүе сәбәпле юлдарҙа ҙур хәүеф барлыҡҡа килде. Шуға күрә автомобиль хужаларына алыҫ юлдарға сығыуҙы бер аҙ кисектереп торорға кәңәш итәбеҙ. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Кисә кис ҡот осҡос фажиғә теркәлгән. Свердловск өлкәһенең Түбәнге Серги ҡалаһынан йыраҡ түгел урында ҡапма ҡаршы килгән «ВАЗ-2110» һәм «Шкода» автомобилдәре бәрелешә, тип яҙа «Башҡортостан» гәзите.
Аварияға көндөҙ ямғыр яуып, кискә табан бер аҙ туңдырып тороуы ла сәбәпсе булғандыр, күрәһең. Көслө бәрелешеүҙән ике машина ла ситкә барып оса. Һөҙөмтәлә, биш кешенең ғүмере өҙөлә, өсәүһе - дауаханала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, «ВАЗ-2110» автомобилендәге дүрт пассажир ҙа Башҡортостандан булыуы асыҡланған. Уларҙың барыһы ла ваҡиға урынында һәләк булған. Вафат булыусыларҙың береһе - "Шкода" автомобиле пассажиры.
Юл-транспорт ваҡиғаһында һәләк булыусыларҙың ғаиләләренең һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, уларға сабырлыҡ теләйбеҙ.
Көндәрҙең йылы тороуы, ямғыр яуып, ҡапыл һыуытып ебәреүе сәбәпле юлдарҙа ҙур хәүеф барлыҡҡа килде. Шуға күрә автомобиль хужаларына алыҫ юлдарға сығыуҙы бер аҙ кисектереп торорға кәңәш итәбеҙ. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Читайте нас: