Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Февраль 2021, 12:05

Помидорҙы ҡасан сәсергә?

Баҡсасылар яйлап орлоҡ ала башланы, ер әҙерләп ҡуйҙы. Үҫентеләр ныҡ булһын, артыҡ үҫеп китмәһен өсөн уларҙы ваҡытында сәсергә һәм бының өсөн ҡулайлы көн һайларға кәрәк. Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгесе Эльма Саҙыҡова үҫентеләрҙе сәсергә ваҡыт етте ти.

Февралдә томатты 7,8,27,28 ултыртһаң һәйбәт. Мартта иң уңайлы көндәр: 1,2,3,6,7,8,11,29,30. Боросто һәм баклажанды фералдә 11,12,13,16,17,18,19,20,21,22 ултыртырға кәрәк. Мартта иһә ҡулайлы ваҡыт: 15,16,17,18,19,20,21,22,25,26,27.
Ер менән төрлө ауырыуҙар һәм себендәр үҫентеләргә зыян килтермәһен өсөн уны тәүҙә мейестә тотоп алырға кәңәш итәм. Сәсер алдынан орлоҡтарҙы бер тәүлек йылы һыуҙа ебетеп алыу ҙа зыян итмәҫ. Иртә ултыртылған үҫентеләр апрелдә теплицаға күсһә, һәйбәтерәк. Әле ултыртылғандарына махсус лампа ҡуйыу мотлаҡ. Әгәр үҫентеләрегеҙ теплицаға ултыртылмай икән, әле уларҙы сәсеү иртәрәк.
Лилиә Нуретдинова.
Фото: Яндекс.Дзен
Читайте нас: