9 февралдә Өфөлә БР биатлон буйынса олимпия резервы спорт мәктәбендә юниорҙар араһында Бөтә Рәсәй ярышы үтә. Унда 19 – 21 йәшлек егеттәр һәм ҡыҙҙар ҡатнашасаҡ.
Ярыштың маҡсаттары һәм бурыстары булып биатлонды Рәсәйҙә һәм Башҡортостан Республикаһында популярлаштырыу, биатлонсыларҙың оҫталығын арттырыу, халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн Рәсәй йыйылма клмандалары составына спортсыларҙы һайлау, юғары квалификациялы спортсылар әҙерләүҙең күп йыллыҡ методикаһын камиллаштырыу тора.
БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ярыштарҙа Мурманск, Ульяновск өлкәләренән, Байкал арты крайынан һәм Башҡортостан Республикаһынан 30-ҙан ашыу спортсы ҡатнаша.
Ярыш сәғәт туғыҙҙа тантаналы асыла. Унда Рәсәй биатлонсылар союзы идаралығы ағзаһы, өс тапҡыр донъя чемпионы, ике тапҡыр Олимпия уйындары призеры, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Иван Черезов ҡатнашасаҡ.
Өфөлә БР биатлон буйынса олимпия резервы спорт мәктәбе Комаров урамы, 1 адресы буйынса урынлашҡан.
Фото БР Хөкүмәтенең рәсми сайтынан алынды.