Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Февраль 2021, 11:00

Республика менән идара итеү үҙәге уңышлы эшләй.

Яңы структураның төп эш принцибы – кешеләр менән бергә булыу, уларҙың проблемалары тураһында белеү һәм тиҙ арала уларҙы хәл итеү.

Былтыр көҙҙән алып Башҡортостанда Республика менән идара итеү үҙәге эш башланы. Уның бурыстары һәм мөмкинлектәре тураһында Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы начальнигы Елена Прочаковская бөгөнгө оператив кәңәшмә барышында һөйләне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан - Мәскәү өлкәһенең халыҡ мөрәжәғәттәре буйынса оператив эш итеү һәм аналитика үткәреү буйынса ыңғай тәжрибәһен тормошҡа ашырған пилот төбәктәрҙең береһе.
– Яңы структураның төп эш принцибы – кешеләр менән бергә булыу, уларҙың проблемалары тураһында белеү һәм тиҙ арала уларҙы хәл итеү, – тине Елена Прочаковская. – Үҙәк республика министрлыҡтары, ведомстволар, муниципалитеттар, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте һәм Хөкүмәт департаменттары вәкилдәрен берләштерә. Был башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеген координациялау, айырым проблемаларҙы берәмләп хәл итеү урынына, комплекслы ҡараш булдырыу мөмкинлеге бирәсәк.
Республика менән идара итеү үҙәге – берҙәм һанлы платформа, ул төбәк йәшәйешенең бар тармаҡтарын үҙ эсенә ала. Халыҡтың мөрәжәғәттәре һаны һәм темаларына ҡарап, мәғлүмәт системаларындағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләренән сығып, төбәктең интерактив йылылыҡ картаһы формалашасаҡ. Ул урындан сигналдарҙы йыйыу һәм анализлау, артабан уны хәл итеү өсөн күрһәтмә платформа буласаҡ. Артабан власть органдары эшмәкәрлеге һөҙөмтәлелеген күтәреү өсөн иң яҡшы практикалар ғәмәлгә индереләсәк.
Республика менән идара итеү үҙәгенең мөһим бүлексәһе булып – социаль коммуникациялар блогы тора. Бында кешеләрҙең мөрәжәғәттәре алына, кире бәйләнеш булдырыла, проблемалы нөктәләр асыҡлана һәм улар юҡҡа сығарыла. Уның нигеҙе булып Башҡортостанда 2018 йылдың көҙөнән ғәмәлдә булған “Инцидент-менеджмент” системаһы тора. Социаль селтәрҙәрҙән килгән мөрәжәғәттәрҙе йыйыу һәм анализлауҙың роботлаштырылған механизмы үҙен яҡшы яҡтан күрһәтте, һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөкләндереү, транспорт, мәғариф, экология, төҙөлөш һәм башҡа тармаҡтарҙағы проблемалар тиҙ арала хәл ителде. Былтыр система 58781 мөрәжәғәт теркәгән һәм эшкәрткән.
Елена Прочаковская системаның 2020 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны һәм унда “ҡыҙыл зона”ла ҡалған ҡала һәм райондар булманы тип билдәләне. Беренсе һәм икенсе урында Туймазы районы менән Өфө ҡалаһы алған, артабан Өфө районы менән Благовещен райондары килә.
Блоктың тағы бер өлөшө – 2020 йылда индерелгән Кире бәйләнеш платформаһы. Уның ярҙамында республика кешеләре үҙ мәсьәләләрен хәл итеү өсөн власть органдары һәм муниципалитеттар сайтына мөрәжәғәт итә ала. Бының өсөн теләгән ведомство йәки район сайтына инергә, Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша авторизация үтергә һәм хәбәр ҡалдырырға кәрәк. Былтыр был система буйынса 2494 мөрәжәғәт килгән.
– Республика менән идара итеү үҙәге – беҙҙең эштең мөһим ҡоралы, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ ни бары бер нисә компьютер һәм хеҙмәткәрҙән башлағайныҡ. Тормош күрһәтеүенсә, беҙгә мәғлүмәт йыйыу, уны дөрөҫ итеп анализлау һәм халыҡтың мөрәжәғәттәре нигеҙендә шул иҫәптән идара итеү ҡарарҙары ла ҡабул итергә кәрәк.
Читайте нас: