Кисә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә коронавирусҡа ҡаршы вакцинация мәсьәләһе буйынса һөйләшеү булды. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, “Гам-КОВИД-Вак” вакцинаһының ҙур партияһы “карантин”ға ебәрелгән. Әлеге ваҡытта 14490 доза вакцинаны ҡабул итеү туҡтатылған.
– Икенсел ҡап менән дарыуҙарҙың дәүләт реестрында билдәләнгән штрихкодтар кодтары тураһындағы мәғлүмәттең тура килмәүе асыҡланды. Был турала Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығына, Роспотребнадзорға һәм Н. Гамалеи исемендәге Милли эпидемиология һәм микробиология тикшеренеү үҙәге филиалына хәбәр иттек, – тине министр.
Бынан тыш бөгөн төндә Башҡортостанға 2160 доза вакцина килгән, әле уны ҡабул итеү бара.
Дөйөм алғанда, республикаға 39 мең доза вакцина килгән. 24 мең кешегә уның беренсе компоненты һалынған. Икенсе компонентын 8 мең кеше алған.
Әлеге ваҡытта Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша коронавирустан вакцинацияға 5167 кеше яҙылған. Радий Хәбиров прививкаға сират булдырмаҫҡа ҡушты. Айырыуса, был төбәктең ҙур предприятиеларына ҡағыла.
– Кешеләр билдәләнгән ваҡытта килһендәр һәм вакцинация үтһендәр, – тине Радий Хәбиров.