Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2021, 16:00

Бик тәмле кекс!

Хуш еҫле, йомшаҡ кекс бешереп ҡарарға теләһәгеҙ, нәҡ һеҙҙең өсөн рецепт!Кәрәк: 3 йомортҡа, 100 мл әфлисун һуты,

Хуш еҫле, йомшаҡ кекс бешереп ҡарарға теләһәгеҙ, нәҡ һеҙҙең өсөн рецепт!
Кәрәк: 3 йомортҡа, 100 мл әфлисун һуты, 1 аш ҡалағы ҡырғыстан үткәрелгән әфлисун тышы, 180 мл көнбағыш майы, 1 сәй ҡалағы ҡамыр күперткес (разрыхлитель), 250 гр он, 120 гр йөҙөм.
Йомортҡаларҙы шәкәр менән күпереп сыҡҡансы туғыйбыҙ. Әфлисун һуты, уның тышын, май ҡушып тағы ла бутайбыҙ. Артабан он һәм ҡамыр күперткесте һалып ҡамыр әҙерләйбеҙ. Ҡамырға йөҙөм өҫтәп тағы ла уны ныҡлап баҫабыҙ. Майланған формаларға ҡамырҙы һалабыҙ. Кекстар духовкала 180 градуста 40-45 минут тирәһе бешеп сыға.
Читайте нас: