Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Февраль 2021, 19:05

Үксә тибенгеһе

Шпора (үксә тибенгеһе) тигән нәмә йонсота. Бәлки, берәй кәңәш бирерһегеҙ?!Гәзит уҡыусыбыҙҙың һорауына яуап эҙләп, интернетта соҡондоҡ һәм "Башҡорт ҡатын-ҡыҙы" төркөмөндә ошондай яҙмаларға тап булдыҡ.- Мин дә яфаландым ул шпора тигән нәмә менән. Эй ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә булып бөттө. Яҙып үтәйем әле, бәлки, кемгәлер файҙаһы тейер.

Шпора (үксә тибенгеһе) тигән нәмә йонсота. Бәлки, берәй кәңәш бирерһегеҙ?!
Гәзит уҡыусыбыҙҙың һорауына яуап эҙләп, интернетта соҡондоҡ һәм "Башҡорт ҡатын-ҡыҙы" төркөмөндә ошондай яҙмаларға тап булдыҡ.
- Мин дә яфаландым ул шпора тигән нәмә менән. Эй ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә булып бөттө. Яҙып үтәйем әле, бәлки, кемгәлер файҙаһы тейер.
Бер йомортҡаны алып, ҡабығы менән стаканға һалдым да өҫтөнә уксус эссенцияһы ҡойҙом. Бер аҙҙан тышы эреп бөтә, ныҡ ҡына итеп болғап, әҙерәк май һалып тағы бутайһың, аҡ кына масса килеп сыға. Мин аяҡтарҙы йыуып, шул массаны үксәгә һөртөп, шыптыр, уның өҫтөнән йөн ойоҡбаш кейҙем дә, 10-15 минут тирәһе телевизор ҡарап ултырҙым. Шунан аяҡты сайып йоҡларға яттым. Иртән эшкә барҙым, көнө буйы аяҡ өҫтө бит инде. Ҡайтҡас, ҡыҙығы башланды, душта йыуынып сыҡтым, аяғыма крем һөртөп, ойоҡбаш кейҙем дә ашарға бешера башланым. Ну аяҡта ниндәйҙер дискомфорт. Үксә шылып йөрөгән кеүек. Түҙмәнем – ҡараһам, үксәм һалбырап тора. Ҡот осто. Шулай ҙа үксәне түңәрәкләп кенә киҫеп алдым. Ҡып-ҡыҙыл, яңы ғына тиреле үксә тора. Балерина булып, улыма килдем дә, һиңә натуральный кеше тиреһе кәрәкмәйме тигән булам, ҡото осто баламдың. Нимәнелер ҡулланыр булһағыҙ, абай ҡыланығыҙ!
Икенсе тапҡыр былай итеп эшләнем. Тасҡа эҫҫҫҫе итеп һыу ҡояһың. Өс-дүрт литр тирәһе. Шуға бер һауыт нашатырь спирты һалаһың, әҙ генә һабын һалырға була. Аяҡтарҙы тас өҫтөндә тәүҙә тотаһың. Одеял менән ҡапларға кәрәк, яйлап-яйлап аяҡтарҙы тасҡа төшөрә барабыҙ, нисек түҙәһегеҙ инде. Йомшарып китә тиреләр, ышҡый-ышҡый ултыраһың. Аҙаҡ һыу һыуынғас, аяҡтарҙы пемза менән ышҡып, сайып крем һөртәһе генә кала. Файҙалы, шпора булмаһа ла, профилактика өсөн генә лә эшләгеҙ, үксәнең ярылыуҙары бөтә. Үҙем эшләгән саралар, шуның өсөн яҙам. Картуфты әрсеп бешергәндә ҡабығын әрәм итмәйбеҙ. Ҡабыҡты ҡәҙимгесә бешерергә ҡуябыҙ ҙа, бешеп сыҡҡас, иҙмә эшләйбеҙ. Аяҡтарҙы шул иҙмәгә тығып ултырабыҙ. Иҙмә эшләгәндә һыуын түкмәгеҙ. Йылытып өҫтәргә була. Аяҡтарҙы иҙмә һыуынғансы тотаһың. Пемза менән ышҡып, крем һөртәһе генә ҡала. Кемгәлер файҙаһы тейһә, мин шатмын (Х. Миңнеғәлиева).
- Мин дә үксәгә баҫа алмай, сатанлап йөрөнөм, физкабинет,уколдар ҡалманы, бер апай кәңәш итте, малдың үте (желчь) менән компресс эшлә тип, үтте саҡ ҡына йылытып, салфетканы манып алып, үксәгә ябаһың, өҫтөнә полиэтилен, вата ҡуйып, бинт менән бәйләйһең, йылы носки кейәһең, төнгөлөккә эшләнем, 10 мәртәбә, ауыртыуы бөттө. 25 йылдан артыҡ ваҡыт үтте, ауыртмай.
Тасҡа эҫе һыу һалып, 20 минут ултыраһың, шунан аяҡты ныҡлы ҡоротоп, йода һөртәһең. Носки (х/б), өҫтөнән полиэтилен һәм тағы носки кейергә.16 көн эшләргә кәрәк. Кис эшләп, иртән крем һөртәһең. Минең 12 көндә бөттө,нисә йылдар инде борсоғаны юҡ (Н. Алтынбаева).
“Башҡорт ҡатын-ҡыҙы” төркөмөнән.
Читайте нас в