Ҡысынып йөрөмәһәң инде. Аллабирҙе килә тип, көтөп ята, ти, ана. Кит, ошоғаса ҡартая белмәгән ниндәй бәндә булдың!..
Аллабирҙе ҡарт ҡул ғына һелтәне:
–Барам, тигәс, барам!.. Телеңә һалынма, ана, тәғәм йыйыштыр.
–Эй, илаһым! – Ҡарсыҡ был һүҙҙе “үҙең беләһең” тигән һымағыраҡ әйтте. Алдына алғанды ҡуямы ни ул: ошо арала телендә гел шул “нәмә” булды. Көҙөн һуғымға тип торған башмаҡтарын йыҡҡайны. Шунан алып тынғылыҡ бөттө ҡартына, тота ла шуны һөйләй, тота ла шуны һөйләй. Әллә нисә тапҡыр яҫтауҙары менән булып сыҡты. – Берәйһенә әйтер инең, исмаһа.
Ҡарсығының был һүҙҙәре ҡарттың йәненә тейҙе, шикелле.
–Эйәртенеп йөрөргә, мине кем тип беләһең,– тине ул дорфа ғына.
Шулай ҙа үҙенең дә күңел төбөндә шик тулап ҡуйҙы. Айыу алыу уйын эш түгелен яҡшы белә: үҙ ғүмерендә утыҙ ике тайыштабандың тиреһен тунаны. Һа-ай, бар ине йәш саҡтар! Улай тиһәң, әле лә арба ярығынан төшөп ҡалмаған инде, шаштырыбыраҡ әйтһәң, типһә тимер өҙөрлөк. Шөкөр, ҡорҙаштары кеүек әйләнгән һайын “уф”ылдап, бөгөлгән һайын ыңғырашып йөрөмәй. Бала саҡтан тау-таш артылып, урман гиҙеүенең бер ғилләһе булған, күрәһең. Барыбер ҡарсығының һүҙҙәрендә лә хаҡлыҡ бар. Берәйһен эйәрткәндә, йәтеш булыр ине лә... Тик кемде
иптәш итәһең ундай эшкә? Әйтһәң, әҙәм көлкөһө, айыуға барыу түгел, тәкә бесерлек ир-ат ҡалманы хәҙер. Йүнлерәктәре себерҙә оҙон аҡса артынан ҡыуа, байтағы ҡалала донъя көтөп ята. Анау, Ҡоҙғон Хәбирҙе эйәртәһеңме ни? Һа, уның самогон һеңгән еҫенән өңөндә йоҡлап ятҡан айыу тороп ҡасыр. Мал аҫтын таҙартыуҙан башҡа эш сығырлыҡ түгел унан. Йә теге һапырый Сәйетте алаһыңмы?! Үҙеңә бер биҙа итеп. Эх,
ауылда эшкенгән ир ҡалманы шул!..
Аллабирҙенең башына бер уй килде: ҡара, һуғыш-фәлән тоҡанып китһә, былар менән нимә эшләмәксе булалар икән? Үҙ уйынан үҙе шомланып китте хатта. Алла һаҡлаһын!.. Көнсығыш ағара башлаһа ла ҡояш сығырға байтаҡ бар әле. Кеше уянып өлгөрмәҫ борон юлда булыуың хәйерле. Аллабирҙе аласығынан ҡалтағайын алырға уйлағайны
ла, ҡул һелтәне: ҡар ҡалын түгел, артыҡ йөк булыр. Ә бына этенең юҡлығына ныҡ үкенде ул. Эх, Аҡтырнағы әле булһа! Ҡартайыуы еткәйне шул, бахырҙың. Элекке йыл мәрхүм булып ҡуйҙы. Этен күмгәндән һуң байтаҡ эсе бошоп йөрөнө уның, онотолоп китеп ашарға ла сығарғыланы. Шунан һуң башҡа эт алманы. Ҡуй, тине, хәҙер һунарға
сыҡмағас, уны гел бәйҙә тоторға кәрәк булыр. Эт язалап ни...
Ҡараңғылы-яҡтылы саҡта уҡ ауылды үтеп, Алатауға үрмәләй башланы ҡарт һунарсы.
Тауға әҙерәк үрмәләй ҙә хәл алырға туҡтай. Һе, ҡартлыҡ һиҙҙерә барыбер. Ҡайҙалыр уҡығайны, шикелле, кеше үҙ тауына үҙ ваҡытында менергә тейеш, тиме шул. Уйлап ҡараһаң, Аллабирҙенең дә, текә үк булмаһа ла, үҙ тауы бар инде. Ҡабаланмай, кешегә
бәлә һалмай үрләне ул үҙ тауына. Дәрте урғып торғанда Ғәлимәне етәкләп алды. Бара торғас, ике малай өҫтәлде. Улары, шөкөр, йыбытҡы булып үҫмәне. Ир ҡорона инер- инмәҫ үҙ йүндәрен үҙҙәре самаланы, бер-бер артлы ҡала яғын ҡайырҙылар. Хәҙер йәй айҙарында балалары менән һирәк-мирәк ҡайтып, хәл-әхүәл белешеп киткән булалар. Яраған инде. Хәйер, ейән-ейәнсәрҙәрен Аллабирҙе лә бик үҙһенеп бармай.
Урыҫса ғына һөйләшкәнгәме икән, сит бауыр һымаҡ улары. Баштарынан һыйпап, арҡаларынан һөйөп алғылаһа ла, нишләптер йөрәге ҡабул итә алмай. Аптырарһың, башҡа милләткә әйләнһә, үҙ тоҡомоң да ят була икән... Ҡан туғанлығынан йән туғанлығы яҡыныраҡмы икән әллә?!.
Алатау битләүенән шырлыҡ йырып байтаҡ барҙы Аллабирҙе. Айыу өңөнә күп ҡалманы хәҙер. Ана, ҡая ла күренә. Бер йылды ике айыу атып алды шунан. Тайыштабан үҙ итә был төбәкте. Ошо ҡаяның аҫтында ғына мәмерйәһе лә бар. Уйламағанда барып сыҡты ул был мәмерйәгә. Дөрөҫөрәге, айыу өңө юллап йөрөгәндә килеп төртөлдө. Туҙ яндырып эсенә ингәйне, ҙурлығына хушы китте. Аяҡ аҫтында хайуан һөйәктәре тулып ята. Йөрәге етеп йөҙ метр самаһы төпкә үтте лә, артабан барырға баҙнат итмәне. Мәмерйә бер тарайып, бер киңәйеп һуҙыла ла һуҙыла.
Аллабирҙе айыу өңөнә яҡынлағас, башта тамаҡ ялғап алырға кәрәк тип, тоғон асты. И-и, ҡарсығы! Нимә генә һалып бөтмәгән. Йә, ошонда тәм-том ашап ултырамы һуң инде ул, кәнфитенә тиклем тултырған. Икмәк менән майы булғас, етмәгәнме.
Һунарсы ҡапҡылап, сәй уртлаған арала ҡарашы менән тирә-яҡты байҡап, уңайлы урын самаланы. Анау, мәмерйә яғынаныраҡ, ҡалҡыуыраҡ урынды һайларға кәрәк, тип фекер йөрөттө. Ярар, тәүәкәлләнек, тине ул ауыҙ эсенән. Тоғон ағас ботағына элеп ҡуйҙы, фуфайкаһын сисеп ташланы, эйелгәндә ҡамасауламаһын өсөн билендәге хәнйәрен артҡараҡ күсерҙе, ҡушкөбәгенә ике йәҙрә тыҡты. Тауыш-тын сығармай, һаҡ ҡына йөрөп, өң ауыҙына ҡоро ботаҡтар өйҙө, араһына ҡайын туҙы ҡыҫтырҙы, нығыраҡ төтәһен өсөн сөрөк ағастар һалды. Булды шикелле. Өйөмгә ут ҡабыҙғас, йәһәт кенә бая һайлаған урынға барып, мылтығын өңгә тоҫҡаны. Бер аҙҙан сөрөк ағастар төтәй башланы. Күп тигәндә, туғыҙ-ун минут үткәндер, Аллабирҙегә ваҡыт
шаҡтай тойолдо. Айыу күренмәй һаман. Әллә төтөн өң эсенә инмәйме икән, тип уйларға ла өлгөрмәне, бер нисә тапҡыр бышҡырған тауыш ҡолағына салынды. Әһә, уянды, мәлғүн!
Үҙ күҙенә үҙе ышанманы Аллабирҙе. Өңдән ғифрит килеп сыҡмаһынмы! Был тиклем ҙур айыуҙы уның бер тапҡыр ҙа күргәне юҡ ине әле. Уйлап торор ваҡыт түгел, тәтегә баҫты һунарсы. Шартлау тауышы ойоған һауаны һелкетте. Эләкте. Айыу торған урынында ике-өс тапҡыр әйләнеп сыҡты ла ҙур башын сайҡап алды. Һәм...
көтмәгәндә ҡараштары осрашты уларҙың. Айыу үрә баҫып үкереп ебәрҙе. Был минутта һунарсының башына бер уй ҙа килеп өлгөрмәне, нимә эшләгәнен үҙе лә аңламай ҡалды, шикелле. Ниндәйҙер ҡөҙрәт менән бер нисә ынтылыуҙа мәмерйә ауыҙына еткәнлеген генә шәйләне. Боролоп ҡарамаһа ла артынан шатыр-шотор килеп айыу баҫтырғанын арҡаһы менән тоя ине. Туҡтаһаң йә тайып йығылһаң – бөттө! Аллабирҙе мәмерйә эсенә уҡталды. Бер аҙ йүгергәндән һуң ғына боролоп
ҡараны ул. Ғифрит, әллә инергә баҙнат итмәй, мәмерйә ауыҙында туҡтап ҡалғайны. Ләкин оҙаҡ торманы, ер аҡтарып тырнаны ла тағы килә башланы. Ҡаныҡты был! Ике яҫтауҙы бер-бер артлы ебәрергә кәрәк быға, тип билен ҡапшағайны, башына һуҡҡандай булды Аллабирҙенең. Тешен ҡыҫып һүгенде ул: ух, иҫәүән, бая фуфайкаһын сискәндә патронташын ботаҡҡа элеп торғайны бит. Алырға онотҡан. Ах,
аңра!.. Айыу ажғырып яҡынайғандан-яҡыная барҙы. Һуңғы яҫтауҙы нисек булһа ла яҙа атмаҫҡа кәрәк. Был һуңғы йәҙрә береһенә – үлем, береһенә ғүмер бүләк итәсәк.
Айыуға ун метрлап ара ҡалғас, уның маңлайына тоҫҡап атып ебәрҙе һунарсы. Шул саҡ көслө шартлау тауышынан мәмерйә эсе “геү” итеп ҡалды һәм бөтә донъяның аҫты өҫкә әйләнде. Аллабирҙе ҡурҡыуҙан башын тотоп, ергә сүгәләне. Шулай күпме
ултырғандыр, тауыш баҫылып, күҙҙәрен асҡанда бөтә донъяны ҡараңғылыҡ сорнаған ине.
Эштең ниҙә икәнен шундуҡ аңланы һунарсы: мәмерйә ауыҙы ишелгән! Күҙгә төртһәң дә күрерлек түгел. Аллабирҙе ҡымшанмай ғына ҡолаҡ һалып торҙо. Шылт иткән тауыш юҡ, тик үҙенең генә бөтә тәне ҡалтыранғанын тойҙо. Теге ғифрит дөмөккән, тимәк. Шырпы һыҙғайны, яҡында ғына һуҙылып ятҡан айыу мәйетен шәйләне.
Йыртҡыстың ҙурлығына хайран ҡалып торғанда, ялҡын ҡулын бешергәс кенә иҫенә килде. Тағы шырпы һыҙырға булғайны ла, әрәм итмәҫкә кәрәк, был ҡараңғылыҡта уның менән генә эш барып сыҡмаҫ тип, уйға ҡалды. Нишләргә? Нимәгәлер өмөтләнгәндәй, кеҫәләрен ҡапшап сыҡты. Яндырырлыҡ бер нәмә лә юҡ ине. Шул саҡ быймаһына кейҙерелгән резина ҡаталары иҫенә төшөп, йөҙөнә йылмайыу ғәләмәте
йүгерҙе, тәүге тапҡыр ут тапҡан кешеләй ихлас ҡыуанды ул. Ҡатаһын сисеп, яртыһын ҡырҡып алды, ҡалғанын йомарлап быймаһының ҡуңысына тығып ҡуйҙы. Ут тоҡандырып ебәргәс, мәмерйә эсе апаруҡ яҡтырҙы һәм Аллабирҙенең дә өмөтө
балҡып киткәндәй булды. Ул мәмерйәнән сығыу яғына йүнәлде. Күп тә барманы, алдында таш стена күреп, ҡатып ҡалды. Бар өмөтө, ҡапыл ташҡа бәрелеп ватылған быялалай, селпәрәмә килде уның. Шулай ҙа ҡараңғылыҡ сорнаған күңеленең мөйөшөндә ватылған өмөт ярсыҡтары емелдәшә ине әле. Һунарсы, бәлки, сығып булыр, тигәндәй, ишелгән таштарҙан хасил булған стенаны ҡапшап ҡараны. Сығыр
әмәл табылманы. Ниндәй ҡазаға тарығанын тамам аңлап, үҙ-үҙен һүкте ул. “Шул кәрәк һиңә, алйот! Йөрөмә, тип ҡарсығың әйтмәнеме, ә! Бына хәҙер ултыр инде әжәлеңде көтөп!”
Берәйһе килеп ҡотҡарырына тамсы ла өмөтө юҡ ине Аллабирҙенең. Кеше аяғы баҫмаған был төбәктә этем йөрөһөнмө ни. Ҡарсығы, бабайым айыуға китеп ғәйеп булды, тип яр һалыр ҙа, өс-дүрт кеше йыбанып ҡына ауыл тирәһендәге урман-тауҙы йөрөп сыҡҡан булыр. Аҙаҡ әйтерҙәр, йәшәрен йәшәгән, ашарын ашаған, кеше үлмәй тормай инде. Йән йыуатыр өсөн, шәп кеше ине, тиерҙәр. Әбейе, бахыр, өсөн уҡытыр.
Уҡытырмы икән? Уҡытыр ул! Ғүмере буйына Аллабирҙе тип кенә торҙо. Эх, Ғәлимәһе әле нишләгән була икән? Моғайын, уның ҡайтыуына тип аш һалғандыр...
Өлтөрәп йөрөгән әбейен уйлап, күҙҙәре йәшләнеп китте ҡарттың. Туҡтале, нишләп әле үҙ-үҙенә йыназа сығып тора? Берәй әмәлен самаларға кәрәк. Кем белә, бәлки, эҙләп тә табырҙар. Шайтан ғына өмөтһөҙ ти бит.
Айыуҙың тәне һыуынмаҫ элек, һуйып ҡалырға кәрәк, тип уйланы һунарсы. Ярай әле хәнйәрен үҙе менән алған. Ҡатаһының ҡалған ярты өлөшөнә ут тоҡандырып, тиҙ генә эшкә кереште. Оҙаҡ ҡына аҙапланды ул.
Айыуҙың бер яҡ тиреһен һыҙырып бөткәс, икенсе яғына әйләндереп һала алмай хитланды. Мылтыҡ көбәге менән ҡайыра торғас, нисек кәрәк әйләндерҙе уны. Ниһайәт, тиреһен һыҙырып, эс-ҡарынын
да алып ташланы. Был ваҡытта икенсе быймаһындағы ҡатаһын да яндырып бөтә яҙғайны инде. Шунда башына елле бер фекер килде: айыу майы мул бит! Элегерәк, электр һүнгеләгән саҡта, майҙан шәм эшләп яндыра торғайнылар ҙабаһа. Тик май һалырға һауытын ҡайҙан алаһың? Аяҡ аҫтын ҡараштыра торғас, ниндәйҙер йәнлектең баш һөйәген табып алды. Йәтеш булды был. Уның эсенә май тултырҙы, свитерының еңен ҡырҡып, филтә эшләне. Башта һүрән генә тоҡанған шәм, тора-бара
сетерләп янырға тотондо. Былай булғас, ут байтаҡҡа етәсәк.
Эш менән булып, тамағы кипте ҡарттың. “Әгәр һыу таба алмаһа...” Ошо ҡурҡыныс уйҙан йөрәген шом биләне. Мәмерйәнең эсенәрәк инеп ҡарарға кәрәк, тип уйланы ла, был ниәтенән кире ҡайтты. Көнө буйы аяҡ өҫтө йөрөүҙән ныҡ һамҫыны шул.
Етмәһә, эшләгән саҡта мәмерйәнең һалҡынлығын да тоймағайны, әле өшөтә башланы. Ул айыу тиреһенә төрөнөп ятып, хәл алырға булды.
***
Күпме йоҡлағандыр, уныһын әйтә алмай Аллабирҙе. Арыуы еткән, күрәһең, ҡалын тире эсендә ни, сабый кеүек иҙрәгән дә киткән. Әле төнмө, көнмө икән? Хәйер, бының бер мәғәнәһе юҡ кеүек. Ул ҡараңғылыҡ хөкөмөндә хәҙер. Төнө буйына ҡарсығы керпек тә ҡаҡмағандыр инде. Ана ҡайтыр, бына ҡайтыр тип, өҙлөкһөҙ
самауырын яңыртҡандыр. Эх, ҡолаҡ һалманы шул ҡарсығының һүҙенә! Ҡолаҡ һалманы!.. Әле нишләгән була икән? Ҡойонан һыу ала алһа ярай ҙа. Малға бесән һалыр өсөн һарай башына менеүе лә бер бәлә инде уға...
Аллабирҙе, өйөнә ҡайтырға ашыҡҡандай, ҡабаланып тире эсенән сыҡты. Шәм һүнгәйне. Байтаҡ май янып бөткәс, оҙаҡ ҡына йоҡлаған, тимәк. Тағы май өҫтәп, уны тоҡандырып ебәрҙе. Шәмде алып, һыу эҙләү ниәте менән, мәмерйә эсенә инеп ҡарарға булды. Өркәк кенә утты һүндереп ҡуймаҫ өсөн һаҡ ҡына баҫып атланы һунарсы. Эскәрәк ингән һайын ғәжәп таш һындарҙы күреп хайран ҡалды, әкиәт
донъяһында йөрөгән кеүек хис итте үҙен. Бара торғас, боҙ һындар осраны. Тамағы ныҡ кипкәйне һунарсының, бер боҙбармаҡты һындырып алды ла һурырға тотондо. Кире боролорға торғанда, аяҡ аҫтында нимәнеңдер йылтырағанын шәйләне.
Яҡыныраҡ барып ҡараһа, шишмә сығып ята! Усы менән һоҫоп, һыуһынын ҡандырғас, хәл инеп, зиһене яҡтырып китте. Уны эҙләргә сыҡҡан булһалар, эҙен таба алмаҫтар инде. Был яҡтарҙа иртәле-кисле һепертмә буран булмай ҡалғаны юҡ. Аллабирҙе мәмерйә ауыҙына кире килеп, тамаҡ ялғап алырға булды. Айыу итен бәләкәй генә киҫәктәргә турап алды, береһен хәнйәр осона сәнсеп, шәм утында
ҡыҙҙырырға тотондо. Оҙаҡ ҡына мәшәҡәтләнгәндән һуң, апаруҡ ит ҡурып алды. Сейле-бешле булһа ла, тамағы туйып ҡалды уның. Ярай, ошолайтып тағы бер нисә аҙна сыҙар сыҙауын, артабан... Ҡәбере ошо мәмерйә булырмы икән ни? Улай булғас, нимә тип ғүмер атының ҡойроғона йәбешеп ятырға әле?.. Йәшәрен йәшәне. Донъяға
доға ҡыл да, ана, ят тыныс ҡына әжәлеңде көтөп... Юҡ, нишләп әле гел эс бошорғос уйҙарға бирелә лә китә. Кешене иң беренсе өмөтһөҙ уйҙары үлтермәйме икән?! Хәл бар саҡта ҡул ҡаушарып ултырырға ярамай.
Аллабирҙе, шәм яҡтыраҡ янһын өсөн, филтәне ҡалыныраҡ итеп ҡуйҙы ла таштарҙы аҡтарып ҡарарға булды. Өҫтәге таштарҙан башларға кәрәк. Үҙе һыйырлыҡ тишек эшләй алһа, ҡотолдо тигән һүҙ. Шәмен ултыртып, эшкә кереште һунарсы. Бик оҙаҡ маташты ул, ашауын да онотто хатта. Эре таштарҙы сығарып арманһыҙ булып бөттө. Шулай ҙа эшенән ҡәнәғәт ине – апаруҡ соҡой алды бит. Ял итер ҙә тағы тотонор. Тик һыуҙың янында булмауы ғына хөрт. Бәй, нисек шуға аҡылы етмәгән –
хайуандарҙың баш һөйәктәре бар ҙабаһа! Бая һыу эҙләгәндә лә өс-дүрт баш һөйәге күргәйне. Ҡоралай баштары буғай. Шуға һыу һалырға була бит. Аллабирҙе һыуға тиҙ барып килде. Әллә юлды белгәнгә, әллә ҡараңғыға күҙе өйрәнә.
Өшөй башлағас, тирегә уранып ятты. Тире эсендә тәне йәһәт йылынды, ләкин йоҡлай алманы, башына төрлө уйҙар килеп бимазаланы. Күҙен йомдомо, әбейе килә лә баҫа, килә лә баҫа... Үҙе илаған да һымаҡ. Улай тиһәң, ҡарашы ғүмер буйы моңһоу булды уның. Әллә нишләп гел илаған һымаҡ. Быға күнеккән Аллабирҙе, иғтибар итеп бармай. Балауыҙ һығып торорға бер сәбәбе лә юҡ инде: өҫтө – бөтөн, тамағы – туҡ,
тигәндәй... Эх, йәш саҡтарында ниндәйерәк ине, ә! Һе, иркә бесәй шикелле уның ҡуйынына һарыла торғайны. Тик Аллабирҙе артыҡ шашырға ирек ҡуйманы, баласаға ише ҡыланма, тип йүгәнде ҡыҫҡа тотто. Аһ, ҡарт шайтан, әле шул саҡты һағынып ятасы!..
Ҡарсығын уйлап, күңеле тулып китте уның. Йә инде, бер үҙен ҡалдырып сыҡты ла китте. Яңғыҙы нимә эшләй ала ул хәҙер!? Һыҙлаған биле менән баҙға төшөп, бәрәңге сығара ла алмайҙыр инде. Ярай, уныһын берәйһенән сығартып та алыр, ә малын кем ҡарай уның? Гел кешегә бәлә һалып буламы?! Йүнле кешеһе бармы тағы! Ауылда шул
ҡарт-ҡоро ла, мәңге иҫерек Хәбир менән һапырый Сәйет инде... Ҡулынан
килерҙәйҙәр бар тип белде ти уның Ғәлимәһен, үҙ эштәре муйындан...
Аллабирҙе шулай уйланып ятты-ятты ла, тәненә бер аҙ йылы йәбешкәс, тороп тағы эшкә тотондо...
... Ҡараңғылыҡ кешегә уйланыр өсөн биреләлер ул. Бығаса ғүмерҙә лә ошо тиклем уйҙар тауын аҡтарырға тура килмәне шикелле уға. Юҡ, уйһыҙ ғына йәшәне тип әйтеп
булмай. Тик ул уйҙар көндөҙ яндырған шырпы ише генә булған икән. Әлеге уйҙары, ҡараңғыла дөрләгән усаҡ һымаҡ, күңеленең әллә ҡайһы мөйөштәрен яҡтыртып ебәрә. Ә унда ниҙәр генә юҡ! Нәҡ ошо мәмерйәләге кеүек тәбаһа. Күптән онотолған ваҡ-төйәк ваҡиғаларҙың һөйәктәре тулып ята, ғазаптар таш һындарға әйләнгән, нәфрәт тамсылары боҙ булып ҡатҡан...
Аллабирҙенең йөрәге ҡапыл терт итеп ҡалды. Уның күңеленән дә ошо мәмерйә һалҡынлығы бөркөлә түгелме?!. Күпме генә эҙләргә тырышып ҡараһа ла йән йылыныр ҡуҙ таба алмай аҙапланды. Шулай ҙа, күңеленең алыҫ бер мөйөшөндә, мәмерйә төбөндә янған шәм кеүек, ниндәйҙер тоноҡ ҡына яҡтылыҡ ымһындыра уны...
Көн менән төн буталды Аллабирҙегә. Дөрөҫөрәге, уның өсөн ваҡыт ағышы туҡтаны. Ваҡыт тышта ҡалды. Ул күк йөҙөндәге ут йомғағы булып әйләнә, донъяны , кешеләрҙе әйләндерә, ул ҡаҙан аҫтындағы усаҡ булып дөрләй... Туҡта, уның да ваҡыты бар бит! Бына ул шәм булып һүрән генә яҡтылығын сәсә. Тимәк, уның ғүмеренә нөктә ҡуйылмаған әле!..
***
...Был ятыуында бөртөк тә серем итә алманы һунарсы. Берсә бөтә тәне янды, берсә өшөүҙән ҡалтыранды.
“Нишләп ятаһың һаман, тор!”– тигән тауышты ап-асыҡ ишетте ул. Ауырлыҡ менән башын ҡалҡытҡайны, яҡында ғына Ғәлимәһе баҫып тора.
–Әбей!.. Һин?!. – Аллабирҙе тормаҡсы булды, ләкин быуындары тотманы.
“И-и, бабай, бабай!..” – Ғәлимәһе уға йәшләнгән күҙҙәре менән ҡарап торҙо ла ҡараңғылыҡҡа табан атланы.
–Туҡта, Ғәлимә!.. Китмә!.. Был бит – мин!.. – Аллабирҙе уны ебәрмәҫкә теләп, хәлһеҙ ҡулдарын һуҙҙы. Был ялбарыуҙы ишетмәне ҡарсығы, алыҫлашҡандан-алыҫлаша барҙы һәм ҡараңғылыҡ төпкөлөндә бәләкәй генә бер яҡты нөктә булып ҡалды.
–Ғәлимәм!.. Ғәлимәм!.. – тип һөйләнде ул һаташыу аралаш һәм,ниндәйҙер йән рәхәте кисереп, төпһөҙлөккә ҡоланы...
Аллабирҙе сарсап уянды. Сир менән яғалашып нисә көн ятҡандыр, бер Хоҙай ғына белә. Ҡалтыранған ҡулдары менән нисек кәрәк шырпы һыҙып, шәмде тоҡандыра алды. Тәнтерәкләй-тәнтерәкләй һыуға барып килде. Һыу эскәс, әҙерәк хәл ингәндәй булды, ләкин быуындары йүнләп тотмай. Шулай ҙа бәләкәй генә өс-дүрт киҫәк ит ҡурып, ашағыһы килмәһә лә көсләп ҡапҡылап алды. Тире өҫтөндә байтаҡ ҡына
ултырғандан һуң, шәмен алып, үҙе соҡоған өңгә табан йүнәлде. Өң эсенә башын тыҡҡайны, төптә энә күҙәүендәй генә яҡтылыҡ күреп, үҙ күҙҙәренә ышанмай торҙо.
Тимәк... Һуңғы тапҡыр ҡаҙған сағында төн булған. Был яҡтылыҡты шәйләмәгән ул...
Яҡтылыҡ һүнеп ҡуймаһын тигәндәй, ҡабаланып эскә шыуышырға тотондо һунарсы.
Бер-ике ташты аҡтарыу менән, йоҙороҡ ҙурлыҡ уйым хасил булды һәм уның йөҙөнә яҡтылыҡ бәрелде. Ҡатҡан устары менән күҙҙәрен ҡапланы Аллабирҙе. Яҡтылыҡ та ауырттыра икән!.. Донъяға яңы тыуған бала кеүек ҡысҡырып иланы ул...
Әле генә түшәлгән биләүҙәй ап-аҡ ҡарҙан аяҡтарын саҡ-саҡ һөйрәп атланы Аллабирҙе. Әйтерһең дә, яңы ғына тәпәй баҫып, тәүге аҙымдарын яһаған сабый ине.
Ләкин уның иңендә тормоштоң йылдар буйына йыйылған ауыр йөгө ята. Ошо йөктөң ауырлығы бөгөлөп төшөргә бирмәй уға, хатта туҡталып тын алырға ла форсаты юҡ. Ә юл уның үткән ғүмеренән дә оҙонораҡ тойолдо. Бер нисә тапҡыр тайып йығылды, тора алмай аҙапланды. Ҡатҡан тамағын ебетергә ҡар услап ҡапты...
Ниһайәт!.. Бына уның өйө!.. Картуф баҡсаһы аша сыҡһа, ҡайтып етәсәк!.. Был араны ул берсә мүкәйләп, берсә шыуышып үтте. Күтәрмәгә менгәс, ишек тотҡаһына ҡулы етмәне. Ятҡан көйө бар көсөн йыйып ике-өс тапҡыр ишеккә һуҡты. Бер аҙҙан ул асылып китте һәм... ҡарсығы күренде. Һаҡал баҫҡан был кешене танырға теләгәндәй,
аптыраулы ҡарашын төбәп ҡатып ҡалды Ғәлимә.
–Мин!.. Ҡайттым!.. Ғәлимә!.. – тине Аллабирҙе хәлһеҙ тауыш менән.
–Эй, Хоҙайым!..
–Ғәлимәм!.. Мин һине шул тиклем яратам!.. – тине ул йыш тын алып. Был һүҙҙе ғүмерендә беренсе тапҡыр әйтте, шикелле...
Аллабирҙенең йөҙөнә йәш тамсылары тамды, таныш йылылыҡты һаҡлаған устар сикәһенә ҡағылды. Ул куҙҙәрен йомдо. Мәмерйәлә янған шәм кеүек ниндәйҙер яҡтылыҡ хасил булды һәм, ҙурайғандан-ҙурая барып, уның бөтә эске донъяһын биләне. Йәнен иркәләгән илаһи нур ине был!..