+21 °С
Болотло
Вк
Ок
Антитеррор
Тelegram
ГӘЗИТКӘ ЯҘЫЛЫУ
ЯҘМЫШ ҠУШЫУЫ
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Февраль 2021, 17:01
Башҡорт теленән берҙәм имтихан индереләсәк
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, республикала башҡорт теле буйынса төбәк имтиханы үткәреләсәк.Был хаҡтағы документ бөгөн хоҡуҡи мәғлүмәт порталында донъя күргән.
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, республикала башҡорт теле буйынса төбәк имтиханы үткәреләсәк.
Был хаҡтағы документ бөгөн хоҡуҡи мәғлүмәт порталында донъя күргән. Уға Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған.
Ҡарарҙа берҙәм төбәк имтиханы йыл һайын сығарылыш уҡыусылары өсөн ирекле нигеҙҙә үткәреләсәк, тип яҙылған. Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы имтихандарҙы үткәреү тәртибен билдәләйәсәк. Сығымдар ведомство бюджетынан бүленә. Уның үтәлешен контролләү вице-премьер, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Ивановаға йөкмәтелгән.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Йәнтөйәккә файҙалы эштәр йылы/Атайсал
15 Апрель , 19:15
Ейәнсура районындағы өс объект төҙөкләндереү буйынса тауыш биреүҙә ҡатнаша