Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Февраль 2021, 12:00

Тарих кумирҙары осрашты

8 февралдә райондың Тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында Рәсәйҙә фән көнөнә арналған сара үтте. Унда Иҫәнғол 12-се һанлы урта мәктәбенең хеҙмәт ветераны, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре уҡытыусыһы, Башҡортостан республикаһының мәғариф отличнигы Лилиә Аҡсурина, ошо мәктәптең музей етәксеһе, райондың тыуған яҡты өйрәнеү йәмғиәте ағзаһы, тарих уҡытыусыһы Хәҙисә Ғәйнизарова, райондың билдәле йәмәғәт эшмәкәре, уның почетлы гражданины Марат Түләбаев ҡатнашты. Сараны музей директоры Миҙхәт Аҫылбаев алып барҙы.

8 февралдә райондың Тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында Рәсәйҙә фән көнөнә арналған сара үтте. Унда Иҫәнғол 12-се һанлы урта мәктәбенең хеҙмәт ветераны, тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре уҡытыусыһы, Башҡортостан республикаһының мәғариф отличнигы Лилиә Аҡсурина, ошо мәктәптең музей етәксеһе, райондың тыуған яҡты өйрәнеү йәмғиәте ағзаһы, тарих уҡытыусыһы Хәҙисә Ғәйнизарова, райондың билдәле йәмәғәт эшмәкәре, уның почетлы гражданины Марат Түләбаев ҡатнашты. Сараны музей директоры Миҙхәт Аҫылбаев алып барҙы.
– Быйылғы йыл, билдәле булыуынса, Рәсәй Президенты В. Путин тарафынан Рәсәйҙә Фән һәм технологик асыштар йылы тип билдәләнде. Шул айҡанлы бөгөн беҙҙә ҡунаҡта тарих фәнен үҙ иткән, тыуған төйәгенең тарихын өйрәнеүгә тос өлөш индергән райондаштарым йыйылған. Марат ағай һөнәре буйынса агроном булһа ла, ул да Ейәнсура районының тарихын яҙыуға күп көс һалған шәхес, – тип Миҙхәт Хаммат улы ҡунаҡтарҙы сәләмләне һәм үҫеп килеүсе йәш быуынды илһөйәрлек, телһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә уңыштар теләп, Иҫәнғолдоң 1-се һанлы мәктәбенә үҙенең “Афған һуғышы хәтирәләре” китабын, “Иҫәнғолдоң 1-се һанлы мәктәбе тарихы” брошюраһын бүләк итте. Марат Сәйфулла улы ла ситтә ҡалманы – 2020 йылдың декабрендә сығарған “Нисек түҙгән әсә йөрәге?” исемле китабын автографы менән музей директоры Хәҙисә Ғибәҙәт ҡыҙына тапшырҙы.
– Уҙған быуаттың 70 – 90-сы йылдарында уҡыусылар менән Иҫәнғолдоң һәр бер өйө буйынса йөрөп тиерлек тарихи сығанаҡтар йыйҙыҡ, – тип әңгәмәгә ҡушылды Лилиә Ғибәт ҡыҙы, Иҫәнғол ауылы тарихы буйынса тынғыһыҙ эшләгән йылдарын иҫкә алып. Әйткәндәй, әлеге ваҡытта Иҫәнғолдоң 1-се һанлы мәктәбе музейында һаҡланған бик күп альбомдар уның етәкселегендә әҙерләнгән, башҡа бик күп экспонаттар, тарихи әһәмиәткә эйә булған альбомдар 1989 йылда Иҫәнғолдоң Тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы асылған саҡта, уға тапшырылған.
– Беҙҙең мәктәп музейында Иҫәнғол тарихына бәйле бик күп сығанаҡтар тупланған һәм улар бөгөн төплө өйрәнеүҙе талап итә. Ләкин музейыбыҙҙы бер урындан икенсе, өсөнсө урынға күсереп йөрөтә торғас, байтаҡ экспонаттар тәү торошон юғалтҡан, – тип әсенеү белдерҙе Хәҙисә Ғибәҙәт ҡыҙы. Ул үҙе уҡытҡан фән буйынса фәни-эҙләнеү эштәрен дә әүҙем алып бара. Мәҫәлән, үткән йылда ул бөткән Әҡембәт ауылының тарихы буйынса монография яҙған.
Сараның икенсе өлөшөндә М. Түләбаевтың “Нисек түҙгән әсә йөрәге?” китабының презентацияһы үтте. Китаптың йөкмәткеһе буйынса автор үҙе ентекле һөйләне.
– Был китабымды мин Бөйөк Ватан һуғышы яландарында дошман менән күҙмә-күҙ осрашып Тыуған иле азатлығы өсөн һуғышҡан яугирҙарҙың һәм үҙемдең әсәйебеҙ иҫтәлегенә арнаным. Изге йөрәкле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ фронтта булған ирҙәренә, улдарына хаттар яҙҙы, ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләне, аҙыҡ-түлек менән посылкалар ебәрҙе, борсолдо, колхоз эштәрендә көнө-төнө эшләне, шуның өсөн уларҙың барыһы ла оло ихтирамға лайыҡ, – тип һүҙен башланы автор һәм ноутбок аша күрһәтеп китапта тупланған фотоларға комментарийҙар бирҙе. Был китаптың әһәмиәте тағы ла шунда – унда һуғышҡа тиклемге һәм унан һуңғы осорҙағы райондың ғына түгел, Башҡортостандың һәм СССР-ҙың иҡтисадтағы үҙгәрештәре тураһында быға тиклем матбуғатта сағылмаған байтаҡ мәғлүмәттәр бирелгән.
Күтәрелгән тема буйынса фекер алышыу һуңынан сәй табынында дауам итте, ә уны арҙаҡлы аҡһаҡалыбыҙ Марат Сәйфулла улы финансланы. Экскурсиялар үткәреү буйынса музей белгесе Ирина Фәнил ҡыҙы Аслаева барған иҫтәлекле ваҡиғаларҙы фотоһүрәткә теркәне һәм уларҙы музей сайтына урынлаштырҙы.
Читайте нас: