Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Февраль 2021, 18:00

Аҙна башында тағы һыуыта

Быйылғы февраль һауа температураһының төрлөсә булыуы менән айырылып торҙо. Аҙнаның тәүге яртыһы һыуыҡ булды.

«Быйылғы февраль һауа температураһының төрлөсә булыуы менән айырылып торҙо. Аҙнаның тәүге яртыһы һыуыҡ булды, республиканың төньяғында һәм көнсығышында һауа температураһы -30,-36 градусҡа тиклем түбәнәйгәндән һуң, йәнә йылыта. 13 февралдән республикала һауа температураһы төндә -2,-7, аяҙытҡанда -12, көндөҙ +4,-1 градусҡаса күтәрелә», — тип хәбәр итте Башгидромет синоптиктары. Был хаҡта “Башинформ” хәбәр итте
Бер аҙ ҡар, епшек ҡар, ҡар ҡатыш ямғыр, урыны менән боҙлауыҡ көтөлә.
Йәкшәмбе, 14 февралдә, һауа температураһы йәнә түбәнәйә башлай. Киләһе аҙнаның беренсе яртыһында һыуыҡ булыуы көтөлә.
Фото: Яндекс. Картинки
Читайте нас: