Киләһе биш йылда һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялауға 18, млрд һум аҡса тотоноласаҡ. Башҡортостанда 530-ҙан артыҡ яңы медицина учреждениелары төҙөйәсәктәр, 70-ен капиталь ремонтлаясаҡтар. Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге битендә яҙыуынса, халыҡ беҙҙең дауаханаларҙың һәм поликникаларҙың торошона бик йыш зарлана. Күп биналар 50-60 йыл элек төҙөлгән, уларҙа тар һәм ҡараңғы һәм ҡорамалдар иҫке. Төбәк Башлығы әйтеүенсә, был ялыуҙар нигеҙле – кешеләр уңайлы медицина учреждениеларына килергә һәм сифатлы ярҙам алырға тейеш.