Башҡортостанда 2020 йылда үлем осраҡтары 2019 йыл менән сағыштырғанда 1,2 тапҡырға артҡан, тип
хәбәр итә “Башинформ”. Росстат мәғлүмәттәре буйынса, ғинуарҙан алып декабргә тиклем республикала 59 844 кеше үлгән. Бер йыл элек 49 195 кеше мәрхүм булған. Айырма – 10 649 кеше.