Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Февраль 2021, 21:00

Йәнә өс кешенең ғүмере өҙөлгән

Пандемия башланғандан алып республикала бөтәһе 220 кеше донъя ҡуйған, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Пандемия башланғандан алып республикала бөтәһе 220 кеше донъя ҡуйған, тип хәбәр иттеләр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Уҙған тәүлектә Башҡортостанда тағы өс кеше коронавирустан үлгән.
Ошо ваҡыт эсендә Башҡортостанда сирлеләрҙең дөйөм һаны 26,2 меңдән артҡан. Һуңғы тәүлектә иһә коронавирус йоҡтороуҙың 160 осрағы теркәлгән.
«Хәҙерге ваҡытта 298 пациент стационарҙа ята, уларҙың 37-һе – ауыр хәлдә. Ә 5 682 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана», — тип белдерҙеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.
Бер тәүлектә 193 дауахананан тыш пневмония осрағы асыҡланған, 108 кеше һауығып сыҡҡан, тип өҫтәнеләр ведомствола.
Фото: Яндекс. Картинки
Читайте нас: