"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Февраль 2021, 13:00

Радий Хәбиров: социаль коммуникациялар блогы - республика халҡының мөрәжәғәттәре менән эш итеү.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан халыҡ мөрәжәғәтен һәм уларға аналитика үткәреү буйынса Мәскәү өлкәһенең ыңғай тәжрибәһен тормошҡа ашырыусы пилот төбәктәрҙең береһе булып тора.– Яңы структура эшенең төп принцибы – кеше менән бергә булырға, уларҙың проблемаларын белеү һәм тиҙ арала хәл итеү, – тип аңлатты Елена Прочаковская. – Үҙәк республика министрлыҡтары, ведомстволары, муниципалитеттар, Республика башлығы хакимиәте бүлексәләрен һәм хөкүмәт департаменттары вәкилдәрен берләштерә. Был башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдарының эштәрен көйләү мөмкинлеге, айырым проблемаларҙы комплекслы хәл итеүгә күсергә, мөһим идара итеү ҡарарҙарын ҡабул итеүҙе тәьмин итергә мөмкинлек бирә.Идара итеү үҙәге – төбәктәге эшмәкәрлектең бөтә өлкәләрен солғап алған һанлы берҙәм платформа. Кешеләрҙең мөрәжәғәттәре һәм темалары нигеҙендә мәғлүмәт системаларында йылылыҡ интерактив картаһы формалашасаҡ. Ул урындарҙан сигнал йыйыу һәм анализлау, мәсьәләләре хәл итеү өсөн күргәҙмә платформа буласаҡ. Һуңынан власть органдарының эш һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн иң яҡшы тәжрибәне асыҡлап, уны ҡулланыуға индерәсәкбеҙ. Бынан тыш, төбәктең иҡтисади үҫешен анализлау һәм үҫешен прогнозлау Башҡортостан үҙәгенең үҙенсәлеге буласаҡ.(дауамы сайтта)

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан халыҡ мөрәжәғәтен һәм уларға аналитика үткәреү буйынса Мәскәү өлкәһенең ыңғай тәжрибәһен тормошҡа ашырыусы пилот төбәктәрҙең береһе булып тора.
– Яңы структура эшенең төп принцибы – кеше менән бергә булырға, уларҙың проблемаларын белеү һәм тиҙ арала хәл итеү, – тип аңлатты Елена Прочаковская. – Үҙәк республика министрлыҡтары, ведомстволары, муниципалитеттар, Республика башлығы хакимиәте бүлексәләрен һәм хөкүмәт департаменттары вәкилдәрен берләштерә. Был башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдарының эштәрен көйләү мөмкинлеге, айырым проблемаларҙы комплекслы хәл итеүгә күсергә, мөһим идара итеү ҡарарҙарын ҡабул итеүҙе тәьмин итергә мөмкинлек бирә.
Идара итеү үҙәге – төбәктәге эшмәкәрлектең бөтә өлкәләрен солғап алған һанлы берҙәм платформа. Кешеләрҙең мөрәжәғәттәре һәм темалары нигеҙендә мәғлүмәт системаларында йылылыҡ интерактив картаһы формалашасаҡ. Ул урындарҙан сигнал йыйыу һәм анализлау, мәсьәләләре хәл итеү өсөн күргәҙмә платформа буласаҡ. Һуңынан власть органдарының эш һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн иң яҡшы тәжрибәне асыҡлап, уны ҡулланыуға индерәсәкбеҙ. Бынан тыш, төбәктең иҡтисади үҫешен анализлау һәм үҫешен прогнозлау Башҡортостан үҙәгенең үҙенсәлеге буласаҡ.
***
Мөһим бүлексәләренең береһе – социаль коммуникациялар блогы - республика халҡының мөрәжәғәттәре менән эш итеүҙе, кире бәйләнеш алыуҙы, проблемалы урындарҙы асыҡлауҙы һәм уларҙы бөтөрөүҙе тәьмин итә. Уның нигеҙе – «Инцидент менеджмент» системаһы, ул Башҡортостанда 2018 йылдың октябренән эшләй. Уҙған йылда был система 58 781 мөрәжәғәтте теркәгән һәм эшкәрткән.
Блоклы тағы бер өлөшө – 2020 йылда индерелгән кире бәйләнеш платформаһы (ПОС). Уның ярҙамы менән республика халҡы мәсьәләләрен хәл итеү өсөн власть органдарының һәм муниципалитеттарҙың сайттары аша мөрәжәғәт итә ала. Бының өсөн теләһә ниндәй ведомство сайтына инергә, «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша теркәлергә һәм хат ҡалдырырға кәрәк. 2020 йылда Башҡортостан буйынса 2494 хәбәр ошо платформа аша ҡалдырылған.
– Республика менән идара итеү үҙәге – беҙҙең эштәр бик мөһим инструмент, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ кабинетта бер нисә компьютер һәм биш-алты белгес менән генә башлап ебәрҙек. Тормош күрһәтеүенсә, беҙгә күп кәрәк мәғлүмәт йыйырға, уны анализларға һәм мөрәжәғәттәр нигеҙендә дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә кәрәк.
Белешмә:
Республика менән идара итеү үҙәгенең өс блогы – иҡтисади аналитика, социаль коммуникациялар, мәғлүмәти– комплекслы системаһының «Беләбеҙ – Хәл итәбеҙ – Юл ҡуймайбыҙ – Мәғлүмәт бирәбеҙ» төп принциптарын тормошҡа ашыра. Үҙәккә «Инцидент менеджмент», «Кире бәйләнеш платформаһы», «Башҡортостандың ҡаты коммуналь ҡалдыҡтары», «Юл инфраструктураһы өлкәһендә эштәрҙе планлаштырыу һәм контроль системаһы», «Агросәнәғәт комплексы» мәғлүмәт системаларын интеграцияланылар. Яҡын арала мониторинг системаһы, торлаҡ-коммуналь хужалығы өлкәһенә, төҙөкләндереү системаһы, бизнес һәм инвесторҙар өсөн порталы, төҙөлөш, һаулыҡ һаҡлау, электрон бюджеттары һ.б. менән тулыландырыла.
Сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте.
Читайте нас: