Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Февраль 2021, 14:00

#БашҡортТарихыЙылы Уран ырыуы бай тарихлы

Кәрим Әмиров, Мәғсүм Имаметдинов, Радик Гәрәев, Ғайнан Әмири, Фәнәүи Сәлихов, Эльвира Ғәйнуллина һәм башҡалар - Уран ырыуы сағыштырмаса бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, күренекле йәмәғәт, әҙәбиәт, сәнғәт эшмәкәрҙәренә бай. Башҡорт тарихы йылына ярашлы, был ырыуҙың йыйыны үтте.

Кәрим Әмиров, Мәғсүм Имаметдинов, Радик Гәрәев, Ғайнан Әмири, Фәнәүи Сәлихов, Эльвира Ғәйнуллина һәм башҡалар - Уран ырыуы сағыштырмаса бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, күренекле йәмәғәт, әҙәбиәт, сәнғәт эшмәкәрҙәренә бай. Башҡорт тарихы йылына ярашлы, был ырыуҙың йыйыны үтте.


Саралар йыйынды рәсми асыу тантанаһына тиклем үк башланды: иртә менән Яңауыл ҡалаһының йәштәр һарайында “Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы “Нурбостан” башҡорт йәнһүрәтенең исем туйын уҙғарҙы, ошонда уҡ “Уран ырыуы белермәндәре” конкурсы үтте, халыҡ-ара күргәҙмә өсөн “Ғаилә тамырҙары” һөнәри фотосессияһы ойошторолдо.

Яңы Артауыл ауылында “Аҡбуҙат” республика балалар журналы балалар менән осрашты, оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Шулай уҡ бында Уран ырыуы ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүесе – селтәр эшләүҙең оҫталыҡ дәресе лә уҙҙы. "Уран ырыуына ғына хас милли кейемде тергеҙҙек", - тине был хаҡта Республика халыҡ ижады үҙәге белгесе Гөлгөнә Баймырҙина.


Артабан саралар теҙмәһе Яңауыл мәҙәниәт йортона күсте – бында Яңауыл районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Салауат Ғилмиевты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡуповты, билдәле тарихсылар Салауат Хәмиҙуллинды, Юлдаш Йосоповты, Нурислам Ҡалмантаевты, сатирик яҙыусы Марсель Сәлимовты тәүҙә “Уран ырыуы тарихы биттәренә күҙ һалып” исемле үҙенсәлекле экскурсияла сәләмләнеләр, был ырыу вәкилдәренең шәжәрә ағастары менән таныштырҙылар. Аҙаҡ театрлаштырылған тамаша арҡылы ырыу тарихы бәйән ителде.

Президиумға, үрҙә әйтеп үтелгән ҡунаҡтарҙан тыш, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппаратының баш белгесе, “Без – башҡортлар” төньяҡ-көнбайыш башҡорттары ойошмаһы етәксеһе Радик Бәхтиев һәм Уран ырыуы вәкиле, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның музыкаль белем биреү кафедраһы профессоры Фәнәүи Сәлихов та саҡырылды.


Яңауыл районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Салауат Ғилмиев йыйын делегаттарын, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен, килгән ҡунаҡтарҙы сәләмләне һәм уларҙы Яңауыл районының ижтимағи һәм мәҙәни тормошо менән таныштырҙы. Ул үҙенең телмәрендә бөгөнгө глобалләштереү шарттарында башҡорт телен, милли үҙенсәлекте һаҡлап ҡалыу мөһимлеген айырып билдәләне.


“Балаларыбыҙҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләү һәр педагогтың ғына түгел, барыбыҙҙың да төп бурысы. Мәктәпкә тиклемге тәрбиә биреү системаһында ла был мәсьәләгә иғтибар бирелә”, - тине Салауат Нәзир улы һәм йәш быуындың туған телен белеп еткермәү кеүек хәүефле күренеште лә телгә алып үтте.
Яңауыл районы биләмәһендә милли мәҙәниәтте тергеҙеү йәһәтенән күп бурыстар атҡарыла, урындағы ҡоролтай, ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары әүҙем эшләп килә. Уран ырыуының йыйыны 2013 йылда ла ойошторолған икән.


Сараға йыйылған 77 делегатты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Ғәлим Яҡупов та тәбрикләне, һөҙөмтәле эш теләне, ойошманың киләсәктә бойомға ашырыласаҡ проекттары хаҡында һүҙ йөрөттө.


- "Төньяҡ амурҙары нәҫеле" тигән проект өҫтөндә эшләйбеҙ. Һеҙҙең арағыҙҙа ла уларҙың нәҫеле булыуына шигем юҡ. Бындай йыйындар, халыҡтың үҙ тамырҙары менән ҡыҙыҡһыныуы милли үҙенсәлегебеҙҙе һаҡлап ҡалыуға ярҙам итә. Ошо саралар арҡылы глобалләштереүгә ҡаршы тороу өсөн көс туплайбыҙ", - тине Ғәлим Миңлеғәле улы.


Йыйындың төп өлөшөнә - докладтарға күскәс, һүҙҙе тарихсы Салауат Хәмиҙуллин алды.

"Бөгөн бик әһәмиәтле сара үтә, атамаһында мең йыллыҡ тарих һаҡланған ырыуҙың йыйынында ҡатнашабыҙ, - тине ул. - Башҡорттар - ырыуҙарға бүленешен һаҡлап ҡалған халыҡтарҙың береһе. Тап ырыу номенклатураһы халыҡты һаҡлап ҡалыу ысулы булып тора. Рәсәй составына башҡорттар, башҡаларҙан айырмалы рәүештә, ирекле ҡушылған, уларҙың байтаҡ хоҡуҡтары һаҡланып ҡалған. Башҡорт тарихында әленән-әле ҡубып торған ихтилалдар быға дәлил - нимәлер ҡәнәғәтләндермәһә, башҡорттар ошо рәүешле үҙ һүҙен әйткән. Ғөмүмән, ҡораллы ихтилалдарға күтәрелеү хоҡуғы Рәсәй составына ҡушылғандағы килешеүгә теркәлгән. Халыҡтың һәр саҡ үҙ хоҡуҡтарын һаҡлауға, үҙ һүҙен әйтеүгә хоҡуғы бар.

Быларҙан тыш, башҡорттар Рәсәй составына аҫаба ерҙәренең хужалары булараҡ кергән. Ерҙәргә хужа булыу 1917 йылға тиклем һаҡланып килгән, тик Владимир Лениндың декретынан һуң ғына был хоҡуҡ юҡҡа сыҡҡан.

Уран ырыуы - үҙенсәлекле күренеш, сөнки уның атамаһы бер тарихи яҙмаларҙа ла ҡабатланмай. Уны башҡа халыҡ, башҡа ырыу менән бутау мөмкин түгел.
Уран ханлығы Хорезм ханлығы менән йәнәш йәшәгән. Сыңғыҙхан яуы килеп баҫҡас, уның ғәскәренә ҡаршы иң аяуһыҙ көрәшкән дә тап улар булған, шуның арҡаһында ла тулыһынса тиерлек тар-мар ителгәндәр. Иҫән ҡалғандары беҙҙең яҡҡа ҡасып, хәҙерге Яңауыл ерҙәрендә төпләнгән. Һөҙөмтәлә Уран ырыуы барлыҡҡа килгән", - тип бәйән итте тарихсы. Ул ошо ырыуҙың күренекле шәхестәрен дә барлап үтте: Хәлим Әмиров - 1920 йылдарҙа Башҡорт автономияһын булдырыуға ҙур өлөш индергән шәхес, Әхмәтзәки Вәлидиҙең яҡын фекерҙәштәренең береһе; Шәмси Абҙанов - уҙған быуаттың утыҙынсы йылдарында Башҡорт дәүләт университетының беренсе ректорҙарының береһе, был уҡыу йортонда тарих бүлеген асыуға булышлыҡ иткән; Риф Мөслимов - йәмәғәт һәм сәйәсәт эшмәкәре, Башҡортостан Конституцияһын төҙөүҙә ҡатнашҡан; Радик Гәрәев - билдәле эстрада, опера йырсыһы, мәҙәниәт министры булып та эшләгән.

"Уларҙың исеме мәңгеләштерелергә тейеш. Бөгөн тарихыбыҙҙы тергеҙеү процесы бара, һәм тап шәжәрә аша асылыбыҙға ҡайта алабыҙ", - тип тамамланы һүҙен Салауат Хәмиҙуллин.


Башҡортостан Стратегик тикшеренеүҙәр институтындағы социаль мәҙәниәтте анализлау үҙәге етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты, йыйынды алып барыусы Юлдаш Йосопов барыһын да трибунанан "Без - башҡортлар" баҫмаһы менән таныштырҙы. Белешмәлә төньяҡ-көнбайыш башҡорттары хаҡында бай мәғлүмәт тупланған.

"Ырыу бүленеше - үҙенсәлекле күренеш. Күп халыҡтарҙа ул бөгөнгө көнгә тиклем килеп тә етмәгән. 1960 йылда Татарстандың Аҡтаныш районында халыҡ-ара экспедиция үтә. "Кем һеҙ?" - тип һорайҙар йыйылған халыҡтан. Улар: "Без - башҡортлар!" - тип яуаплай. Ырыу - ул аҫабалыҡ хоҡуғы субъекты. Тап аҫабалыҡты иҫбат итеү өсөн ырыуҙарға бүленеү мөһим булған. Шуға ла беҙҙең халыҡта ырыуҙарға айырыуса һаҡсыл ҡараш йәшәп килә", - тине Юлдаш Йосопов.

Артабан һүҙҙе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппаратының баш белгесе, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарын туплаған "Без - башҡортлар" ойошмаһы етәксеһе Радик Бәхтиев алды:

"Ата-бабаларыбыҙҙың башҡорт булыуын беҙҙең генә түгел, Мәскәүҙәге тел белгестәре лә иҫбат итә. Уларҙың "Миңзәләгә саҡлы халыҡ башҡорт телендә һөйләшә" тигән яҙмалары ла һаҡланған. Уран ырыуы күктән төшмәгән, ул тарих биттәрендә яҙылып ҡалған. Был ырыу вәкилдәренең Башҡорт автономияһын төҙөшөүе, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы сафында булыуы - быға дәлил".

Уран ырыуы вәкиле булараҡ йыйында Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының музыкаль белем биреү кафедраһы профессоры Фәнәүи Сәлихов һүҙ алды. Ул үҙенең тормош юлы хаҡында һөйләне.

"Үҙебеҙҙең район менән ғорурланам. Башҡортостандың мәҙәниәт эшмәкәрҙәре гел беҙҙең Яңауылды маҡтай, халыҡ ихлас был яҡта тиҙәр", - тине ул.


Урындағы ҡоролтай рәйесе Рафаил Яхин йыйынды ойоштороусыларға рәхмәт белдергәндән, Уран ырыуының замана шарттарындағы бурыстары хаҡында һөйләгәндән һуң, трибунаға доклад әҙерләп килгән йыйын делегаттары күтәрелде. Эльвира Хөсәйенова төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының туған телде, мәҙәни йолаларҙы һаҡлау ысулдары хаҡында һөйләне, Инзилә Шәйхетдинова "Үҙ тарихын белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ" тигән темаға сығыш яһаны. Зифил Фәхретдинов Уран ырыуы хаҡында нисек интернет селтәрендә мәғлүмәт таратырға тигән һорауға яуап эҙләне, Гөлнара Вәлиева шәжәрәләр хаҡында һүҙ йөрөттө. Светлана Хашимова Уран ырыуының башҡорт тарихындағы роле менән таныштырҙы.

Фәрит Минәжев, сығыш яһағандар араһындағы иң оло кеше булараҡ, Уран ырыуының үҙенән һуңғы быуындарына мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Ҡағиҙәгә ярашлы, йыйын һуңында резолюция ҡабул ителде. Ул түбәндәге ҡарарҙарҙан тора:


- Радик Гәрәевтең исемен мәңгеләштерергә;
- Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының үҫеше буйынса махсус программа булдырырға;
- Китаптар, методик баҫмалар сығарырға;
- Уран ырыуының эмблемаһын, гимнын раҫларға;
- Яңы быуынға башҡорт телен диалект нигеҙендә өйрәтергә;
- Уран ырыуының күренекле шәхестәренең мәҙәни мираҫ өлгөләрен таратырға;
- "Уран фест" исеме аҫтында йәштәр фестивале ойошторорға;
- Яңауыл районы буйлап һанлы телевидениеға башҡорт телеканалдарын өҫтәргә.

Делегаттарҙың тәҡдимдәре нигеҙендә төҙөлгән резолюция бер тауыштан ҡабул ителгәс, тантаналы рәүештә ырыу штандарты Ҡариҙел районы вәкилдәренә күсте, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Яңауыл район хакимиәте тарафынан йыйынды ойоштороусыларға Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Уран ырыуы, башҡаларҙан сағыштырмаса бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, бай тарихы, билдәле шәхестәре, ә иң мөһиме - тамырҙарын яҡшы белгән хәҙерге быуын вәкилдәре менән үҙенсәлекле. Тап ошо хәҙерге быуын уны тарих биттәренә теркәүен дауам итер.
"Башҡортостан" гәзитенән.

Читайте нас: