Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Февраль 2021, 17:00

АУЫЛ БАЛАЛАРЫНА ЯҢЫ МӨМКИНЛЕКТӘР АСЫЛА

“Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” төбәк проектына ярашлы, федераль һәм республика ҡаҙналары иҫәбенә беҙҙә “Башҡортостан квантоиумдары” мобиль технопарктары эшләй башланы.#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты;#регпроекты; #нацпроектыБашкортостан; #ВладимирПутин

“Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” төбәк проектына ярашлы, федераль һәм республика ҡаҙналары иҫәбенә беҙҙә “Башҡортостан квантоиумдары” мобиль технопарктары эшләй башланы.
Уларҙа республиканың 12 районында белем алған ике меңдән ашыу уҡыусы шөғөлләнәсәк. Исемлектә Ауырғазы, Архангел, Баҡалы, Ҡалтасы, Балтас, Саҡмағош, Йылайыр, Шаран, Асҡын, Көйөргәҙе, Балаҡатай, Дыуан райондары бар.
Хәҙер ауыл ерендә белем алған балалар юғары технологиялы ҡоролмаларҙа шөғөлләнеү, мәғлүмәт технологияларын, виртуаль һәм өҫтәмә ысынбарлыҡтарҙы өйрәнеү, пилотһыҙ осоусы ҡоролмалар менән идара итеү, геоинформатика, сәнәғәт дизайны, робот техникаһы йүнәлештәре буйынса уҡыу мөмкинлегенә эйә.
Былтыр октябрҙән декабргәсә мобиль технопарк педагогтары балаларҙы дистанцияла уҡытҡан. Ағымдағы йыл башынан май айынаса күсмә ғәмәли күнекмәләр үтәсәк.
19 ғинуарҙа Талбазы ауылындағы 3-сө мәктәптә мобиль технопарктың тәүге дәрестәре башланған. Бер аҙна эсендә балалар 3Д-принтерҙа баҫтырыу өсөн 3Д-моделдәр эшләргә, Ардуино микроконтроллеры нигеҙендә конструкцияларға, программа төҙөргә өйрәнгән. Scratch программалау телендә уйындар эшләгәндәр, квадрокоптерҙы авономлы осоуға программалаштырғандар һәм башҡа ҡыҙыҡлы ғәмәлдәргә төшөнгәндәр.
25 ғинуарҙа икенсе мобиль технопарк Архангел районының Тирәкле ауылында эшләй башаған. Тәүге көндә үк белгестәр голограммаларҙы эшләтеү ҡоролмаларын булдырыу йәһәтенән оҫталыҡ дәрестәре ойошторған, VR-квест үткәргән, интерактив уйындарҙа көс һынашырға өйрәткән. Уҡыусылар ике аҙна дауамында яңы йүнәлеш буйынса белем туплаясаҡ һәм проект төркөмөнә һөҙөмтәләрен күрһәтәсәк.
Фото: республика Мәғариф министрлығы.
Читайте нас: