«Урал аръяғы тауышы» шоу-проекты республиканың мәҙәни тормошонда сағыу конкурс булып балҡыны һәм тамашасыларҙың, ҡатнашыусыларҙың йөрәген яуланы. Уникаль конкурста Урал аръяғының ғына түгел, тотош республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан йырсылар ярышты. Ҡатнашыусылар остаздар, йырсы һәм вокал буйынса педагогтар менән эшләне. Бәйгенең беренсе еңеүсеһе 15 йәшлек Сибай ҡыҙы Елизавета Филиппова булһа, былтыр үҙенсәлекле тауышлы Учалы егете Раян Юнысов төп призға лайыҡ булды.