Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Февраль 2021, 11:00

Бөгөн – Рәсәй студент отрядтары көнө

Бөгөн, 17 февралдә, илебеҙҙә Студент отрядтары көнө билдәләнә. Был байрам Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2015 йылдың 21 февралендәге Указына ярашлы булдырылды.

Бөгөн, 17 февралдә, илебеҙҙә Студент отрядтары көнө билдәләнә. Был байрам Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2015 йылдың 21 февралендәге Указына ярашлы булдырылды. Иҫтәлекле дата булдырыуға башланғыс һалыусылар студент отрядтары эшмәкәрлегенең, ошо ваҡиғаның йәштәр мөхитендә әһәмиәтле булыуын билдәләй.
XX быуатта студенттар төҙөлөш отрядтары сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү, БАМ төҙөлөшө, илдең нефть һәм газ комплексын булдырыу, төрлө сәнәғәт предприятиелары, заводтар, электр станциялары төҙөү кеүек ҙур төҙөлөштәрҙә ҡатнашҡан. Хәҙерге йәштәр уларҙың традицияларын дауам итә һәм халыҡ-ара сәйәси, спорт ваҡиғалары уңайынан объекттар төҙөү кеүек күләмле проекттарҙа ҡатнаша. Эштән тыш, уҡыуҙан буш ваҡытта улар ирекле проекттарҙы тормошҡа ашыра. Ветерандарға, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам күрһәтелә. Әүҙемдәр балалар йорттарына шефлыҡ итә, һәйкәлдәрҙе ремонтлауҙа ҡатнаша, экологик акциялар ойоштора.
Читайте нас: