“Башҡортостан” гәзите сайты
хәбәр итеүенсә, Республикала “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” конкурсының төбәк этабы – “Башҡортостандың иң яҡшы тауары” конкурсына ғаризалар ҡабул итеү хаҡында иғлан ителгән. Сарала биш номинация – “Етештереү-техник тәғәйенләнешле продукция”, “Халыҡ өсөн сәнәғәт тауарҙары (шул иҫәптән халыҡ һәм художество изделиелары)”, “Аҙыҡ-түлек тауарҙары”, “Халыҡ өсөн хеҙмәттәр”, “Етештереү-техник тәғәйенләнешле хеҙмәттәр” – билдәләнәсәк. Бынан тыш, заманса менеджментты файҙаланған предприятиелар өсөн был сара сиктәрендә “Сифат менеджментының иң яҡшы системаһы” һәм “Сифат буйынса иң яҡшы менеджер” конкурстары ла үткәрелә.