Республиканың көньяғында елдең тиҙлеге көсәйгәндә секундына 18 метрға тиклем етеүе, ҡар яуыуы көтөлә, тип иҫкәртә республика ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә нигеҙләнеп.
Һауа торошона бәйле төбәк буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы автотранспорт менән идара иткәндә юлдарҙа айырыуса һаҡ булырға, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмаҫҡа һәм тиҙлек режимына һаҡларға тәҡдим итә.
Автомашиналарҙы ағастар, насар нығытылған ҡоролмалар янына ҡуйыу хәүефле, ел көсәйгәндә уларҙың йығылыуы ихтимал.
Республика буйынса дөйөм алғанда яҡын тәүлектәрҙә урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы, юлдарҙа тайғаҡ булыу көтөлә. Башҡортостанда һауа температураһы төндә – 23-28 градус һыуыҡ, урыны менән минус 33-кә тиклем. Көндөҙ – минус 12-17 градус.
Экстрен хеҙмәттәрҙең берҙәм номеры – 112.
Фото: Олег Яровиков / “Башинформ”.