Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Февраль 2021, 19:00

Тағы дүрт кеше коронавирус ҡорбаны булған

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирустан дүрт үлем осрағы теркәлгән.

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирустан дүрт үлем осрағы теркәлгән, тип хәбәр итте “Башинформ”, республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә таянып.
Пандемия башланғандан алып республикала 238 кеше COVID-19 ҡорбаны булған.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығының оператив мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала бөтәһе 27 меңгә яҡын сирле асыҡланған. Уларҙың 153-ө – уҙған тәүлектә.
«Әле 255 кеше – стационарҙа, 5,2 меңдән ашыуы өйҙә дауалана. Уларҙың 22-һе – ауыр хәлдә, — тип белдерҙеләр ведомствола. — Бынан тыш, тәүлек эсенлә төбәктә 161 дауахананан тыш пневмония осрағы асыҡланған, 98 кеше һауығып сыҡҡан».
Читайте нас: