Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Февраль 2021, 12:00

В. Путин балалы ғаиләләргә ипотека ставкаһын түбәнәйтеү мәсьәләһен ҡарарға ҡушты

Рәсәйҙә ике һәм унан күберәк балалы ғаиләләр өсөн льготалы ипотека ставкаларының түбәнәйеүе ихтимал.

Рәсәйҙә ике һәм унан күберәк балалы ғаиләләр өсөн льготалы ипотека ставкаларының түбәнәйеүе ихтимал. Билдәле булыуынса, президент Владимир Путин хөкүмәткә һәм Үҙәк банкҡа 2021-2024 йылдарҙа льготалы ипотека программаларын ғәмәлгә ашырыу тәҡдимдәрен тапшырырға ҡушты. Был хаҡта мәғлүмәт Кремль сайтында баҫылған.
Шулай уҡ дәүләт башлығы ике һәм унан күберәк балалы ғаиләләргә ипотека ставкаһын түбәнәйтеү тураһында мәсьәләне ҡарау бурысын йөкмәтте.
Хөкүмәткә һәм Үҙәк банкка тәҡдимдәр тапшырыу хаҡында бойороҡто 31 мартҡа тиклем үтәргә тейештәр.
#ВладимирПутин
Читайте нас в