Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2021, 11:00

Республиканың ике ҙур уҡыу йорто берләштерелеүе ихтимал

Радий Хәбиров: “Беҙ ҙур ғилми проект алдында торабыҙ”Республиканың ике ҙур юғары уҡыу йортон берләштереү ниәтен Башҡортостан Башлығы ла хуплауы тураһында яҙғайныҡ. Радий Хәбиров дүшәмбе оперативкаһында белдереүенсә, ул иң ҡатмарлы ҡарарҙарҙы үҙ өҫтөнә ала. Республика Хөкүмәтендә ниңә тап БДУ һәм ӨДАТУ ҡушыласағын аңлаттылар.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн ике юғары уҡыу йортон – Башҡорт дәүләт менән Өфө дәүләт авиация техник университеттарын берләштереүгә арналған фекер алышыу булды. Унда спикерҙар күп төрлө һорауҙарға яуап бирҙе.
Әлеге ваҡытта берләштереләсәк мәғариф учреждениеларына яңы исем уйлап табылмаған. Тик вице-премьер Азат Бадранов белдереүенсә, унда мотлаҡ рәүештә “Башҡорт” һүҙе буласаҡ.
"Был - йәмәғәтселектең ҙур теләге, һәм Хөкүмәт уның менән риза. Милли оҡшашлыҡ һаҡланырға тейеш. Әлеге ваҡытҡа яңы юғары уҡыу йортона биреләсәк исем билдәле түгел, фекер алышыуҙар дауам итә", – тине ул.
Шулай уҡ күптәрҙе борсоған мәсьәлә - берләштерелгән учреждениела башҡорт телендәге төбәк компоненты булған факультеттарҙы һаҡлау. Азат Бадранов белдереүенсә, улар мотлаҡ һаҡланасаҡ.
Кешеләрҙе, уҡыу йорттары берләшкәс, унда нисек ҡабул итәсәктәр тигән һорау ҙа борсой. Уға Башҡортостан Башлығының фән буйынса кәңәшсеһе Руслан Ҡазыханов яуап бирҙе.
"Беҙҙең заявканы хуплаған, яңы юғары уҡыу йортона был статусты биргән, илдең Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарар ҡабул иткән осраҡта, яңынан ойоштороу өсөн ике йыл ваҡыт биреләсәк. Тимәк, быйыл һәм киләһе йылда тәртип элеккесә ҡала һәм был юғары уҡыу йорттары күпме кеше аласағын үҙҙәре хәл итәсәк. Процесс тиҙ түгел", – тине ул.
Читайте нас: