Төрлө холоҡ-фиғелле, төрлө сифаттарҙы үҙ иткән шәхестәр осрай. Кемдәрҙер бәләкәс кенә әйберҙәрен дә күпертеп, оло итеп күрһәтергә күнеккән. Ә бәғзе берәүҙәр иһә ҙур уй-маҡсаттарҙы бойомға ашырған хәлдә лә, сабырлыҡ һаҡлай, тыныс булыу яҡлы, артыҡ һөйләп бармай. Улар бер эште тамамлауға, сираттағыһына тотоноп, шул тармаҡҡа бөтә көсөн йүнәлтеүсән. Ғәҙәттә, ундайҙар маҡсаттарына күберәк һәм тиҙерәк өлгәшә. Тыныс һыу тәрәнерәк була, тиҙәр. Бик тә дөрөҫ әйтелгән, шул тиклем урынлы баһа бирелгән. Ошо алтын һүҙҙәргә артыҡ бер нәмә лә өҫтәү мөмкин түгел. Бында бер ҡасан да ығы-зығыға, шау-шыуға урын юҡ. Хәҙисә Вәли ҡыҙының да тормошон, хеҙмәт юлын ипле генә аҡҡан йылға менән сағыштырам.
Юғары бейеклектәргә өлгәшкән Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, мәғариф отличнигы, Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре, филология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университетының шәрҡиәт һәм башҡорт тел ғилеме кафедраһы профессоры Хәҙисә СОЛТАНБАЕВА менән бөгөнгө әңгәмә.
– Һеҙ сығышығыҙ менән Ерәнсә сәсән, Әхмәтбаҡый хәҙрәт, Сәләхетдин ахун, Азат Абдуллин, Иншар Солтанбаев, Мөхтәр Әхтәмов кеүек арҙаҡлы шәхестәр төйәге – Башҡорт Үргене ауылынан. Күңелегеҙҙә ниндәй уй-тойғолар йөрөтәһегеҙ?
– Тәрән һоҡланыу менән бергә оло ғорурлыҡ хисе. Был исемлектә әсәйем яғынан ҡарт ҡартатайым Сәләхетдин ахун Абдуллиндың булыуы шатлыҡлы. Ул замандарҙа тик мөфтөй һәм ахундар ғына юғары дин әһелдәре һаналып, вазифаларына батша Указы менән тәғәйенләнгән.
Яратҡан ауылым, ҡунаҡсыл ауылдаштарым тураһында кәлимә һүҙ әйтергә кәрәктер. Үрген Ейәнсура районындағы иң ҙур һәм иң боронғо ауылдарҙың береһе иҫәпләнә, шулай уҡ танылыу, дан йәһәтенән дә бер ҡасан да юғары кимәлдән төшкәне юҡ. Рәсми сығанаҡтарҙан алынған мәғлүмәттәр буйынса, Үрген хаҡында тәүге яҙма 1761 йылда теркәлгән, ул заманда инде Үҫәргән улысына ҡараған булған. Халыҡ башлыса малсылыҡ һәм урмансылыҡ менән шөғөлләнгән. Ҡыҙыҡлы бер әйбер: шул 1761 йылда халыҡ һанын алғанда, писарь ауылды Этбаҡ тип теркәгән дә ҡуйған. Шулай итеп, 1917 йылға хәтлем уның рәсми исеме шулай аталған.
Ауылдаштарымдың арҙаҡлы шәхестәргә тәрән хөрмәт менән ҡарауы һәр йәһәттән дә ҡыуаныслы, йәш быуындың тарихҡа һаҡсыл ҡарашы маҡтауға лайыҡ. Ғөмүмән, үргендәр ихласлыҡ һәм киң күңеллелек кеүек яҡшы сифаттарҙы үҙ иткән.
– Һеҙҙең педагог һөнәрен һайлауығыҙ һорау тыуҙырмай. Әсәйегеҙ Зәйтүнә Мөхәммәт ҡыҙы – математика, атайығыҙ Вәли Ғариф улы тарих уҡытыусыһы булды, ағайығыҙ Юлай Вәли улы – математик. Һеҙ ни өсөн филология йүнәлешен һайланығыҙ?
– Эйе, мин – уҡытыусылар династияһынан. Атайыбыҙ – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, оҙаҡ йылдар мәктәп директоры, директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары булып эшләне, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. 1941 йылда Темәс педагогия училищеһын тамамлаған йәш белгес армия сафына алына һәм Белорет ҡалаһына күсерелгән Ленинград артиллерия хәрби училищеһында уҡый. Взвод командиры лейтенант Солтанбаев өсөн һуғыш 1943 йылдың йәйендә Курск дуғаһында башланып, Берлинда тамамлана.
Һуғыштан һуң һайлаған һөнәре буйынса Үрген мәктәбендә эш башлай. Артабан ике балалы атайым, Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтының көндөҙгө бүлегенә уҡырға инеп, уны ҡыҙыл дипломға тамамлай. Унан һуң, Ырымбур педагогия институтының тарих факультетында ситтән тороп уҡып, юғары белем ала. Мин был хаҡта ни өсөн иҫкә алдым тиһәгеҙ, бер өлгө, йәғни атайым миҫалында ғына ул быуын вәкилдәренең ни тиклем белемгә ынтылыуын, маҡсатлы йәшәүен билдәләгем килде. Ә ниндәй ауыр осор булған!
Әсәйебеҙ 40 йылға яҡын математиканан уҡытты. Уҡыусылары араһында ошо һөнәрҙе һәм фәнде һайлаусылар бихисап. Ағайым Юлай Вәли улы 37 йыл тыуған ауылыбыҙҙа – Үрген урта мәктәбендә директор булып эшләне. Уның тормош иптәше Миңнур Абдрахман ҡыҙы ла – математика уҡытыусыһы. Ул Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң, беҙҙең ауылға йүнәлтмә менән килеп, оҙаҡ йылдар балаларға белем бирҙе.
Математика минең дә яратҡан предметым булды. Шул уҡ ваҡытта әҙәбиәт менән дә “сихырланған” инем, сөнки беҙҙең өйҙә әҙәби мөхит, китап культы көслө булды. Республикала башҡорт телендә сыҡҡан баҫмаларҙың барыһын да алдырҙыҡ. Беҙ уҡымаған китап ҡалдымы икән? Ул замандарҙа мәктәптә генә түгел, һәр ауылда ла китапхана эшләй ине. Биш саҡрымда ятҡан күрше ауылға йәйәүләп барып, үҙебеҙҙә булмаған китаптарҙы шундағы китапхананан алып йөрөгәнебеҙҙе хәтерләйем.
– Хәҙисә Вәли ҡыҙы, бәлки, әсәйегеҙҙең бер туған ҡустыһы Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, донъя кимәлендә билдәле драматург Азат Абдуллиндың да йоғонтоһо булмай ҡалмағандыр?
– Әлбиттә, беҙ уның менән ныҡ аралашып үҫтек, ул һәр йәй оҙаҡҡа килә торғайны. Уның ҡайтыуы беҙгә, балаларға, байрамға әйләнә ине. Баҡтиһәң, ижад менән шөғөлләнергә тип килгән булған икән, ә беҙ, аңламайынса, артынан бер тотам ҡалмай йөрөйбөҙ. Шунан өлкәндәр беҙҙе туҡтатып ҡуя. Уның миҫалы миңә өлгө булып торғандыр, тип тә уйлайым.
Ике яҡташыбыҙ - "Башҡортостан" гәзите хәбәрсеһе ИЛДАР АҠЪЮЛОВ менән ғалимә Хәҙисә Вәли ҡыҙы СОЛТАНБАЕВА менән әңгәмәһен гәзитебеҙҙең 15-се һанында уҡығыҙ.