Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Февраль 2021, 12:00

Указға ҡул ҡуйылды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, 2024 йылда Өфөнөң барлыҡҡа килеүенә 450 йыл тулыуға арналған кәңәшмә һөҙөмтәләре буйынса, тейешле указға ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, 2024 йылда Өфөнөң барлыҡҡа килеүенә 450 йыл тулыуға арналған кәңәшмә һөҙөмтәләре буйынса, тейешле указға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, Башҡортостанда Өфөнөң юбилейына әҙерләнеү буйынса республика ойоштороу комитеты төҙөлдө. Уның составы билдәләнде. Ул федераль ойоштороу комитеты менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә эшләйәсәк.
Ойоштороу комитетына Өфө ҡалаһы хакимиәте менән берлектә Башҡортостандың баш ҡалаһының 450 йыллыҡ юбилейын билдәләү айҡанлы саралар планын төҙөргә һәм раҫларға, шулай уҡ уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн проект офистарын ойошторорға ҡушылды.
Республика Хөкүмәте указды тормошҡа ашырыу менән бәйле сығымдарҙы тәьмин итеү буйынса финанс сығанаҡтарын билдәләргә тейеш.
Читайте нас: