Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Февраль 2021, 17:00

Һеҙҙә ниндәй хәлдәр бар?

Радмир Дәүләтбәков, “Үҫәргән” халыҡ театры режиссеры һәм етәксеһе:27 ғинуарҙа Наил Юлдашбаевтың “Башҡорт теленең көсө” мәҡәләһе (мәҡәлә “Ейәнсура таңдары” гәзитендә лә баҫылды) буйынса Zоом аша дискуссия-фекер алышыу ойошторҙоҡ. Алып барыусыһы мин булдым, шулай уҡ автор – Наил Юлдашбаев һәм Нурия Ҡунысбаева ҡатнашты.Ошондай уҡ дискуссиялар уҙған йылда ла ойошторолғайны. Дауамы сайтта.

Радмир Дәүләтбәков, “Үҫәргән” халыҡ театры режиссеры һәм етәксеһе:
- 27 ғинуарҙа Наил Юлдашбаевтың “Башҡорт теленең көсө” мәҡәләһе (мәҡәлә “Ейәнсура таңдары” гәзитендә лә баҫылды) буйынса Zоом аша дискуссия-фекер алышыу ойошторҙоҡ. Алып барыусыһы мин булдым, шулай уҡ автор – Наил Юлдашбаев һәм Нурия Ҡунысбаева ҡатнашты.
Ошондай уҡ дискуссиялар уҙған йылда ла ойошторолғайны, ноябрҙә “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире, яҙыусы Мөнир Ҡунафиндың “Соҡор” хикәйәһе, ә декабрҙә яҙыусы Әхмәр Үтәбайҙың “Алаҡай ҡайтты” хикәйәһе буйынса фекер алыштыҡ. Әйтергә кәрәк, был сараларҙы республика масштабында уҙғарабыҙ, унда авторҙар үҙҙәре, тағы ла Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, филология фәндәре кандидаты Зәки Әлибаев, яҙыусы һәм прозаик, Яҙыусылар союзының проза секцияһы етәксеһе Фәрҙәнә Аҡбулатова, М. Ғафури йорт-музейы мөдире, филология фәндәре кандидаты Ғәҙилә Бүләкова, М. Кәрим исемендәге гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәйрүзә Иштанова-Үтәбаева, шулай уҡ минең бергә уҡыған егеттәр, әле Салауат драмтеатрында актер булып эшләгән Радик Ғәлиуллин һәм Нефтекама филармонияһының баш режиссеры Рэдик Ғәниев та булды. Аҙаҡҡыһына, тел мәсьәләләренә ҡағылышлыһына, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәйрүзә Хәсәнова һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлбаныу Исмәғилева ла ҡушылды. Беҙ әҫәрҙәрҙең ыңғай һәм кире яҡтарын ҡарап, һығымталар яһайбыҙ.
Киләһе февраль ултырышында Салауат Әбүзәрҙең “Байраҡ аҫтында” пьесаһын һәм “Ҡыҙыл байраҡ” хикәйәһен, мин шул пьесаны сәхнәләштергән спектаклде ҡараясаҡбыҙ. Әгәр ҙә дискуссияла ҡатнашырға теләүселәр булһа, рәхим итеп ҡушылығыҙ. Бының өсөн “Бәйләнештә” селтәрендәге минең сәхифәгә сообщениелар яҙығыҙ.
Пландар байтаҡ. Әлеге ваҡытта Мөнир Ҡунафиндың “Соҡор”он сәхнәләштереү эшен алып барам. Был турала “Ейәнсура таңдары” гәзите биттәрендә тулыраҡ мәғлүмәт бирербеҙ.
Читайте нас: