Башҡортостан менән бындай килешеү 16 февралдә төҙөлгән. Он етештереү менән шөғөлләнгән предприятиелар өсөн – 22,4 миллион һум, икмәк бешергән ойошмалар өсөн 38,1 миллион һум аҡса бүленгән.
Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, Хөкүмәт тарафынан ҡабул ителгән был сара ошо тармаҡ предприятиеларының рентабелле булыуына һәм онға, икмәк-ҡалас ризыҡтарына, онға тотороҡло хаҡ, уларҙың үҙҡиммәтен һаҡлау һәм әҙер продукцияның хаҡтарын теркәү өсөн кәрәк.
Был сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Ауыл хужалығы сәнәғәте үҫеше” милли проекты маҡсаттарын да тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәсәк.