"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Февраль 2021, 18:40

Иғтибар: юлдарҙа сикләү оҙайтылды!

Һауа шарттарының насарайыуына бәйле Башҡортостандың ике районында юлдарҙа бөтә төр транспорт өсөн сикләүҙәр оҙайтылды. Баймаҡ һәм Әбйәлил районындарында сикләү бөгөн киске сәғәт 9-ға тиклем дауам итә:Асҡар – Әлмөхәмәт – Сибай (0+000 – 66+600 километрҙа);Магнитогорск ҡалаһына ингән юл (0+000 – 4+900 километрҙа);Совхоздың Озерный бүлексәһе – Күсем руднигы (0+000 – 27+700 километрҙа);“Красная Башкирия” совхозының Үҙәк усадьбаһы – Покровка (0+000 – 16+700 километрҙа);Сибай – Күсей – Хәлил (0+000 – 41+100 километрҙа);Магнитогорск – Ира (84+000 – 89+900, 97+300 – 156+100 километрҙа);Сермән – Амангилде – Баймаҡ (101+800 – 183+200 километрҙа)Сибай – Аҡъяр (0+00 – 46+100 километрҙа). Башҡа юлдарҙа ла хәрәкәтте сикләүҙәр индерелеүе ихтимал. Шулай уҡ был тыйыу ваҡыты ла үҙгәреүе бар. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн дә республиканың күп райондарында буран ҡотора, юлдарҙа һырынты һалған, күреү мөмкинлеге лә насарайған. Шуға ла юлда хәрәкәт иткәндә водителдәргә айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк: автомобилдәр араһында һәм ян-яҡтан арауыҡты һаҡлағыҙ, көтөлмәгән хәрәкәттәргә юл ҡуймағыҙ. Ошондай насар һауа торошонда тиҙлекте мөмкин булғансы кәметергә кәрәк, сөнки был һеҙҙе хәүеф тыуғанда юл-транспорт ваҡиғаһына тарыуҙан һаҡлап ҡаласаҡ.

Кисә республикала һауа торошо юлсылар өсөн имен булманы, күпселек райондарҙа көслө буран ҡоторҙо. Был йәһәттән иң күләмле авария Ауырғазы районында булғандыр, Өфө – Ырымбур юлының 80-се километрында бер саҡрым арауыҡта бер нисә юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде.
Авариялар серияһы көндөҙгө сәғәт дүрт тирәһендә башлана. Унда автомобилдәр бер-бер артлы бәрелешә, һөҙөмтәлә бер саҡрым арауыҡта 39 транспорт зыян күрә. Автомобилдәрҙән тыш, 10 кеше зыян күргән, шул иҫәптән ике бәлиғ булмаған бала – 16 һәм 12 йәшлек ҡыҙҙар.
Ваҡиға урынында ЮХХДИ-ның биш экипажы йәлеп ителә. Полиция хеҙмәткәрҙәре юл-транспорт һәләкәтенә тарыған кешеләргә автомобилдәренән сығырға һәм башҡа кәрәкле ярҙам күрһәтә. Урам-юл селтәрен тикшереү ваҡытында етешһеҙлектәр асыҡланмаған. Республиканың ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, был юл-транспорт ваҡиғалары сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү бара.
Юл-транспорт ваҡиғалары көслө боҙлауыҡ, буран ваҡытында теркәлгән. Ошондай һауа торошо ваҡытында водителдәргә айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк: автомобилдәр араһында һәм ситтән арауыҡты һаҡлағыҙ, көтөлмәгән хәрәкәттәргә юл ҡуймағыҙ. Тиҙлекте мөмкин тиклем кәметеү мөһим – был һеҙҙе хәүеф тыуғанда юл-транспорт ваҡиғаһына тарыуҙан һаҡлап ҡаласаҡ.
Дөйөм күрһәткестәргә килгәндә, 23 февралдә республика юлдарында дүрт авария теркәлгән һәм уларҙа 14 кеше йәрәхәтләнгән. Дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл хәркәте ҡағиҙәләрен боҙоу буйынса ике меңдән ашыу осраҡты асыҡлаған, 35 эскән водителде тотҡан, шулай уҡ эҙләүҙә булған бер автомобилде тапҡан.
Читайте нас: