Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Февраль 2021, 12:00

Республикала коронавирустан 248 кеше үлгән

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирустан тағы өс кеше үлгән. Пандемия башланғандан алып республикала коронавирустан 248 кеше вафат булған, тип хәбәр иттеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.Оператив мәғлүмәт буйынса, уҙған тәүлектә республикала коронавирус инфекцияһы йоҡтороуҙың 148 осрағы раҫланған, һәм, киреһенсә, 192 кеше һауыҡҡан.Пандемия башланғандан бирле республикала йәмғеһе 27,4 меңдән ашыу сирле теркәлгән.Әле 282 пациент – дауаханала, биш меңдән ашыуы өйҙә дауалана. Уларҙың 25-е – ауыр хәлдә.Башҡортостанда һуңғы тәүлектә дауахананан тыш пневмония менән сирләүселәр 159-ға еткән, шул уҡ ваҡытта 138 кеше һауығып сыҡҡан.

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә коронавирустан тағы өс кеше үлгән. Пандемия башланғандан алып республикала коронавирустан 248 кеше вафат булған, тип хәбәр иттеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Оператив мәғлүмәт буйынса, уҙған тәүлектә республикала коронавирус инфекцияһы йоҡтороуҙың 148 осрағы раҫланған, һәм, киреһенсә, 192 кеше һауыҡҡан.
Пандемия башланғандан бирле республикала йәмғеһе 27,4 меңдән ашыу сирле теркәлгән.
Әле 282 пациент – дауаханала, биш меңдән ашыуы өйҙә дауалана. Уларҙың 25-е – ауыр хәлдә.
Башҡортостанда һуңғы тәүлектә дауахананан тыш пневмония менән сирләүселәр 159-ға еткән, шул уҡ ваҡытта 138 кеше һауығып сыҡҡан.
Читайте нас: