"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Февраль 2021, 21:00

Башҡортостанда “Лесовоз” операцияһы башлана

Сара республиканың Урман хужалығы министрлығы, Төбәк юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге, Үҙйөрөшлө машиналар һәм башҡа төр техника торошон техник күҙәтеү буйынса дәүләт инспекциялары менән берлектә 1 марттан 2 апрелгә тиклем үткәреләсәк.

Сараның маҡсаты – ағас эшкәртеү өлкәһендә закон боҙоу осраҡтарын иҫкәртеү, “ҡара урман ҡырҡыусылар”ға ҡаршы көрәш.
Тәртип һаҡлау органдары менән аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡмаһын өсөн, ағас эшкәртеү менән шөғөлләнгән йүнселдәргә документтарҙы алдан хәстәрләргә кәрәк. Ағасты Рәсәйҙән ситтән алғанда, йә сығарғанда килешеүҙәрҙе Берҙәм дәүләт автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһында теркәү, электрон ҡултамғаларҙы хәстәрләү мөһим. Бының өсөн Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталынан файҙаланырға була.
Ағас һатыусылар һәм һатып алыусыларға тағы бер иҫкәртеү: ағас әйләнешенә ҡағылған барлыҡ килешеүҙәр ҙә декларация үтергә тейеш.
Был кәңәштәрҙе үтәгәндәргә рейд ваҡытында ҡыйынлыҡтар тыумаясаҡ.
Фото: Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы сайты.
Читайте нас: