Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Февраль 2021, 18:00

COVID-19 Башҡоростанда хәрби хеҙмәткә саҡырыу буйынса планды үтәргә ҡамасаулай алмаған

Үҙәк хәрби округ ғәскәрҙәре командующийы генерал-полковник Александр Лапин республика властарына 2020 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһын уңышлы үткәргән өсөн рәхмәт белдерҙе.

Үҙәк хәрби округ ғәскәрҙәре командующийы генерал-полковник Александр Лапин республика властарына 2020 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһын уңышлы үткәргән өсөн рәхмәт белдерҙе.
“2020 йылда граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу һәм әҙерләү мәсьәләләре буйынса эште анализлау Башҡортостан Республикаһы Үҙәк хәрби округ составына ингән 29 төбәк араһында иң яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеүен күрһәтте”, – тиелә командующийҙың республика етәкселегенә ебәргән хатында.
Өлгәшкән һөҙөмтәләргә бәйле Башҡортостанға Оборона министрлығының РФ төбәктәре араһында граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү, хеҙмәткә саҡырыуҙы ойоштороу һәм үткәреү буйынса конкурсында ҡатнашырға тәҡдим ителә.
Фото: “Башинформ”
Читайте нас: