Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мөмкинлектәре сикләнгән пациенттарҙы йөрөтөү өсөн поставкалаусы һайлай. Был хаҡта мәғлүмәт дәүләт һатып алыуҙары сайтына ҡуйылған. Контракттың максималь хаҡы – 54,15 млн һум, бер автомобилдең хаҡы 1,43 млн һум.
Автомобилдәр оҙатыласаҡ райондар исемлегендә беҙҙең Ейәнсура районы ла бар.
Автомобилдәр пассажирҙы йөрөтөү урыны кресло-колясканы нығытыу өсөн махсус ҡайыштар менән йыһазландырылырға, арт яғында коляскала ултырған инвалид инә торған майҙансыҡ булырға тейеш.