Халыҡҡа иң яҡын кешеләр. Пандемия осоронда йәмғиәт һулышын тойоп, уларҙың проблемалары, тормош мәшәҡәттәре, сәләмәтлеген дә яҡшы белгән кешеләр – ул социаль хеҙмәткәрҙәр. Башҡортостан юлдаш телевидениһы
хәбәр итеүенсә, кисә уларҙың бер төркөмөнә фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн дәүләт наградалары, маҡтаулы исемдәр тапшырылды.