Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Февраль 2021, 11:00

Быйыл Рәсәйҙә сығарылыш уҡыусылары өсөн дәүләт имтихандары ниндәй булыр?

Кисә Премьер-министр Михаил Мишустин ошо хаҡта ҡарар ҡабул итте. Шулай итеп, коронавирус сәбәпле, йомғаҡлау имтихандары еңелләштерелде. Тулыраҡ – сайтта.

Кисә Премьер-министр Михаил Мишустин ошо хаҡта ҡарар ҡабул итте. Шулай итеп, коронавирус сәбәпле, йомғаҡлау имтихандары еңелләштерелде.
9-сы класты тамамлаусылар аттестат алыу өсөн бары ике фәндән – математика менән рус теленән мотлаҡ имтихандарҙы уңышлы тапшырырға тейеш. Һайланма имтихандар булмаясаҡ.
11-се класта уҡыусылар иһә мәктәптән һуң юғары уҡыу йортона йыйынған осраҡта ғына Берҙәм дәүләт имтиханы бирәсәк. Аттестат алыу өсөн уларға шулай уҡ бары математика һәм рус теленән Дәүләт сығарылыш имтиханын тапшырыу кәрәгәсәк.
Читайте нас: