Вирус ҡорбандары һаны 269-ға етте. Һуңғы тәүлектә вирусты йоҡторғандар республикала 140 кешегә артҡан, тип хәбәр итә стопкоронавирус.рф сайты. Тәүлек эсендә 184 ауырыу һауыҡҡан.
Пандемия башланғандан алып республикала 28 305 кеше сирҙе йоҡторған. Әле 236 пациент дауаханала, 5 285 ауырыу амбулатор шарттарҙа дауалана. 16 ауырыу ауыр хәлдә, етеһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Пневмония диагнозы 178 кешелә раҫланған.
Һуңғы тәүлектә вирусты йоҡторғандарҙың күпселеге Өфөлә (45 осраҡ), Бәләбәй районында (16), Стәрлетамаҡ ҡалаһында (14) асыҡланған.
Йәмәғәт урындарында, транспортта битлек режимын һаҡлау мөһим. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы сир йоҡтороуҙан һаҡлағыҙ. Вакцина яһатыу өсөн төрлө мәғлүмәт ресурстары аша алдан яҙылыу мөмкинлеге бар.