Һаулыҡ һаҡлау министрлығы фажиғәле статистиканы йәмәғәтселеккә еткерҙе. Республикала коронавирустан күпме медицина хеҙмәткәренең вафат булыуы билдәле булды.
26 февралгә алынған мәғлүмәттәр буйынса, республикала сирҙе йоҡтороуҙың 28 165 осрағы теркәлгән, шул һандың 8 меңе медицина учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә тура килә. Коронавирус менән сирләгәндән һуң барлыҡҡа килгән өҙлөгөүҙәрҙән 31 медицина хеҙмәткәре вафат булған, хеҙмәт бурыстарын үтәгән осорҙа – 13 кеше.
Ведомствола әйтеүҙәренсә, үлем осраҡтары буйынса һандарҙы теүәл тип әйтеп булмай, сөнки һәр үлем страховка осрағын тикшереү буйынса комиссия тарафынан раҫланырға тейеш.