Рәсәйҙә пилотһыҙ осоусы аппарат етештереүсе компания Өфөлә предприятиеһын аса. Был турала Андрей Назаров Санкт-Петербургҡа эш сәфәре барышында белдерҙе. Дрондар етештереү төбәктең авиа кластерын үҫтереүгә булышлыҡ итер тип күҙаллана. Компания республикала техника үҙләштереү тибындағы махсус иҡтисади биләмә резиденты була.