Был турала Республика башлығы хөкүмәт кәңәшмәһендә белдерҙе. Радий Хәбиров әйтеүенсә, Башҡортостан мәғариф учреждениеларында туҡланыу иң яҡшыһы булырға тейеш. Кәңәшмәлә шулай уҡ өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусыларҙы алдаған компания етәкселәрен яуаплылыҡҡа тарттырыу, берҙәм идара үҙәген сафҡа индереү, яңы «Атайсал» проектын тормошҡа ашырыу хаҡында ла һүҙ барҙы.