Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Март 2021, 19:01

Уҡыусы балаларға иң шәп бүләк – ноутбук!

“Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто тарафынан ойошторолған “Яҙыл да бүләк от!” акцияһында ҡатнашырға теләүселәр 2021 йылдың тәүге яртыһына район һәм бер республика баҫмаһына яҙылып, квитация күсермәләрен Нәшриәт йортона ебәрҙе.Акцияға ғинуар айында Башҡортостан телевидениеһының “Сәләм” тапшырыуында тура эфирҙа йомғаҡ яһалды. Еңеүселәр араһында беҙҙең Ейәнсура районының Байыш ауылынан Юлиә һәм Илнур Ваһаповтар ғаиләһе булыуы ҡыуаныслы. Улар республика матбуғатынан “Аманат” үҫмерҙәр журналын балалары: Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернатында 6-сы класта уҡыған ҡыҙҙары Айсулпан, Байыш мәктәбенең 4-се класында уҡыған Айнур һәм 6 йәшлек Гөлиәгә алдыралар. Шулай уҡ йыл да “Ейәнсура таңдары” район гәзитенә яҙылып торалар. Һәм бына, күптәр араһынан бәхет уларға йылмая: Ваһаповтар ноутбуклы була!

“Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто тарафынан ойошторолған “Яҙыл да бүләк от!” акцияһында ҡатнашырға теләүселәр 2021 йылдың тәүге яртыһына район һәм бер республика баҫмаһына яҙылып, квитация күсермәләрен Нәшриәт йортона ебәрҙе.
Акцияға ғинуар айында Башҡортостан телевидениеһының “Сәләм” тапшырыуында тура эфирҙа йомғаҡ яһалды. Еңеүселәр араһында беҙҙең Ейәнсура районының Байыш ауылынан Юлиә һәм Илнур Ваһаповтар ғаиләһе булыуы ҡыуаныслы. Улар республика матбуғатынан “Аманат” үҫмерҙәр журналын балалары: Иҫәнғол башҡорт гимназия-интернатында 6-сы класта уҡыған ҡыҙҙары Айсулпан, Байыш мәктәбенең 4-се класында уҡыған Айнур һәм 6 йәшлек Гөлиәгә алдыралар. Шулай уҡ йыл да “Ейәнсура таңдары” район гәзитенә яҙылып торалар. Һәм бына, күптәр араһынан бәхет уларға йылмая: Ваһаповтар ноутбуклы була!
Бөгөн, 3 мартта, көндөң буранлап, ҡар яуып тороуына ҡарамаҫтан, “Республика мәғлүмәт үҙәге” директоры Айнур Дәүләтбәков уларға көтөп алған бүләген тапшырҙы.
“Еңеребеҙгә ышанып квитанцияларҙы ебәрҙек. Бик ҡыуанабыҙ! Быйыл Гөлиәбеҙ уҡырға бара, был ноутбук өс уҡыусы булған беҙҙең ғаилә өсөн бик кәрәкле әйбер”, – тип шатлыҡтары менән уртаҡлаша Юлиә.
Әйткәндәй, Ваһаповтарҙың ата-әсә йортонан айырылып, яңы өйгә сығыуҙарына ике йыл. Шуға тиклем улар ҡайны-бейемдәре менән бергә яҙылһалар гәзит-журналдарға, әле айырым алдыралар. Бергә яҙылған осорҙа “Ейәнсура таңдары”на яҙылып бүләк уйнатыуҙа ҡатнашалар һәм ауыл ерендә кәрәкле әйбер – парник оталар.
Ваһаповтарҙы шәп бүләк менән ҡотлайбыҙ һәм ҡалғандарҙы ла ваҡытлы матбуғатҡа яҙылырға саҡырабыҙ.
Рәсәй почтаһы 2021 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһының башланыуын иғлан итте. Беренсе ярты йыллыҡ хаҡтары апрелгә тиклем ғәмәлдә була.
Айгөл Ҡылысбаева.
Читайте нас: