"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Март 2021, 13:00

Журналистарҙы матди яҡтан яҡлау – көн талабы

Бөгөн улар норманан өс-дүрт тапҡырға күберәк эшләргә мәжбүр.

Бөгөн Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ коллегияһы ултырышында журналистарҙың эш хаҡы тураһында ла һүҙ барҙы.
“Тамыр” телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина фекеренсә, лайыҡлы эш хаҡы тармаҡҡа кадрҙарҙы йәлеп итәсәк.
“Балалар телеканалының иң ҙур проблемаһы – эш хаҡының түбәнлеге. Лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнһә, яҡшы белгестәр ҙә киләсәк. Мин беҙгә эшләй белмәһәләр ҙә - эшләргә, өйрәнергә теләгәндәр килеүе яҡлымын. Юғары уҡыу йортон тамамлаған белгесте эшкә урынлаштырыр кәрәк, бер ниндәй уҡыу йорто ла тәжрибә бирмәй. “Тамыр”ҙа, мәҫәлән, журналистика факультетын тамамлаған бер генә белгес тә юҡ, беҙҙә филологтар, биологтар, иҡтисадсылар һәм башҡа һөнәр эйәләре хеҙмәт итә”, - тине телеканал директоры.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы комитеты вәкиле Александр Кузьменко журналист һөнәренең абруйын күтәреү кәрәклеген билдәләне.
“Һуңғы ваҡытта эшсе һөнәрҙәренең бәҫен арттырыу мөһимлеге хаҡында күп һөйләнә. Минеңсә, журналист тураһында ла һүҙ ҡуҙғатырға ваҡыт етте. Уларҙы матди яҡтан яҡлау – көн талабы. Әгәр ҙә журналист үҙенең эш хаҡына ғаиләһен ҡарай алһа, һөнәрҙең абруйы һис шикһеҙ күтәреләсәк”, - тине Кузьменко.
Коллегияла ҡатнашҡан баш мөхәррирҙәр бөгөн журналистарҙың норманан өс-дүрт тапҡырға күберәк эшләргә мәжбүр булыуын, гәзит-журналдың баҫма варианты һәм сайттар өсөн дә мәҡәләләр әҙерләүен билдәләне.
“Журналистарҙың эш хаҡы мәсьәләһе тикшерелә. Проблеманы хәл итеү юлдары табыласаҡ”, - тине Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов. Ул шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Гранты системаһын ҡулланырға тәҡдим итте.
“Мәктәп уҡыусылары араһында тәжрибәле журналистарҙы йәлеп итеп медиамәктәптәр ойошторорға, төрлө конкурстар үткәрергә була. Бындай проекттар аша журналист һөнәренә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырып буласаҡ”, – тине Азат Бадранов.
Фото: “Башинформ”.
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: