Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Март 2021, 14:00

Мең дә бер кәңәш

Чили боросо – аш-һыу төрләгәндә яҡшы өҫтәмә генә түгел, шулай уҡ витаминдар һәм минералдар сығанағы ла. Бәләкәй генә ҡыҙыл борос В2, В6, Р һәм Е витаминдары ҡаҙнаһы. А витаминының күләме буйынса әсе борос кишер менән ярыша, ә С витамины лимондағыға ҡарағанда ла күберәк. Чили боросо калийға, кальцийға, фосфорға, магнийға һәм тимергә бай. Боростағы капсаицин организмда ашҡаҙан аҫты биҙендә, үпкәлә рак сиренең һәм башҡа яман шеш сирҙәренең үҫеүен тотҡарлай. Ул шулай уҡ үпкәне, бауыр-бөйөрҙө, ашҡаҙан-эсәк юлын таҙартырға һәләтле һәм гепатит ауырыуы менән сирләгән кешеләргә файҙалы. Организмдағы бактериялар һәм микробтар чили ярҙамында тиҙ арала юҡҡа сыға. Борос аш һеңдереүҙе яҡшырта, ҡан әйләнешен көсәйтә, алкоголь ҡулланғандан һуң баш ауыртыуынан ҡотҡара, нервы һәм эпилепсия сирҙәрендә ярҙам итә, ҡандағы холестеринды һәм шәкәрҙе кәметә, иммунитентты көсәйтә, йоҡоно яйға һала, теш боҙолоуҙан һаҡлай.Ашҡаҙан-эсәк сирҙәре менән яфаланғандарға иһә әсе борос ҡулланыу тыйыла.

Чили боросо – аш-һыу төрләгәндә яҡшы өҫтәмә генә түгел, шулай уҡ витаминдар һәм минералдар сығанағы ла. Бәләкәй генә ҡыҙыл борос В2, В6, Р һәм Е витаминдары ҡаҙнаһы. А витаминының күләме буйынса әсе борос кишер менән ярыша, ә С витамины лимондағыға ҡарағанда ла күберәк. Чили боросо калийға, кальцийға, фосфорға, магнийға һәм тимергә бай. Боростағы капсаицин организмда ашҡаҙан аҫты биҙендә, үпкәлә рак сиренең һәм башҡа яман шеш сирҙәренең үҫеүен тотҡарлай. Ул шулай уҡ үпкәне, бауыр-бөйөрҙө, ашҡаҙан-эсәк юлын таҙартырға һәләтле һәм гепатит ауырыуы менән сирләгән кешеләргә файҙалы. Организмдағы бактериялар һәм микробтар чили ярҙамында тиҙ арала юҡҡа сыға. Борос аш һеңдереүҙе яҡшырта, ҡан әйләнешен көсәйтә, алкоголь ҡулланғандан һуң баш ауыртыуынан ҡотҡара, нервы һәм эпилепсия сирҙәрендә ярҙам итә, ҡандағы холестеринды һәм шәкәрҙе кәметә, иммунитентты көсәйтә, йоҡоно яйға һала, теш боҙолоуҙан һаҡлай.
Ашҡаҙан-эсәк сирҙәре менән яфаланғандарға иһә әсе борос ҡулланыу тыйыла.
Читайте нас: